Йәмғиәт
3 Февраля 2022, 10:21

Башҡортостанда күп балалы ғаиләләргә ер урынына компенсация түләү нисек бара?

Күп балалыларға аҡсалата сертификаттарға бүленгән саралар әлегә тулыһынса үҙләштерелмәгән.    #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

2020 йылда күп балалы ғаиләләргә бушлай ер участкалары урынына аҡсалата компенсация биреү тураһында республика законы ҡабул ителгәйне. Башҡортостанда бушлай ер участкаһына хоҡуҡлы күпселек ғаиләләр дәүләт ярҙамының альтернатив формаһын, йәғни 250 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләүҙе һайлаған. Был хоҡуҡҡа эйә 17,5 мең ишле һәм инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләнең 14 меңе участка урынына аҡса алыуға үҙ фекерен белдергән. Әммә ике йылда республикала аҡсалата компенсацияға ни бары 598 сертификат тапшырылған, шуларҙың  тик 286-һы ғына  түләнгән.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас