Йәмғиәт
4 Февраля 2022, 10:55

Балалар тыуған төйәк менән танышасаҡ

2022 йылда Рәсәйҙә уҡыусылар өсөн туризмды популярлаштырыуға йүнәлтелгән яңы пилот программаһы башлана. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google

Уның төп маҡсаты – балаларҙы ҙур булмаған сәйәхәттәр барышында тыуған яҡ тарихы менән таныштырыу. Ошо йүнәлештәге эштәргә 500 миллион һум бүлеү тураһындағы бойороҡҡа һәм төбәктәргә субсидиялар биреү ҡағиҙәләре хаҡындағы ҡарарға Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйҙы.

Субсидияларҙы мәктәп йәшен­дәге балалар өсөн махсус турист пакеттары булдырған 18 төбәк аласаҡ. Улар иҫәбендә – Адыгей, Башҡортостан, Ставрополь крайы, Вологда, Калининград, Курск, Новгород, Сахалин, Силәбе, Ярославль һәм башҡа өлкәләр.

“Быйыл 5 – 9-сы кластарҙағы 100 меңдән ашыу уҡыусы бер йәки хатта бер нисә көнлөк сәфәргә сығыу, ҡыҙыҡлы экскурсия программалары менән танышыу мөмкин­легенә эйә булыр, тип иҫәп тотабыҙ”, – тип билдәләне Михаил Мишустин вице-премьерҙар менән ойошторол­ған кәңәшмәлә. Ул вице-премьер Дмитрий Чернышенкоға пилот программа­һы үҫешһен, тағы ла күберәк төбәктәрҙе йәлеп итһен, ә иң мөһиме – уҡыусылар мәҙәни-танып белеү сәфәрҙәренән файҙа­лана алһын өсөн башланғыстың һөҙөмтәлелеген тәьмин итергә ҡушты.

“География бик киң – Сахалиндан Калининградҡа, Адыгеянан Новгородҡа тиклем”, – тип билдәләне Дмитрий Чернышенко. Проектҡа йәлеп ителгән төбәктәргә уҡыусыларҙың программала ҡатна­шыу ҡағиҙәләрен оператив билдә­ләү һәм башҡарыусылар реестрын төҙөү бурысы тора. Граждандар турист маршруты, шул иҫәптән экскурсияларҙы, ҡунаҡханаларҙы үҙаллы һайлай ала.

“Сәфәр 24 сәғәттән кәм булмаҫҡа тейеш, йәғни күсенгәндә балаларға уңайлы булһын өсөн кәмендә бер көн ҡаралырға тейеш. Беҙ бөтә кимәлдәге бюджеттар иҫәбенә һәр уҡыусыға ошондай юл йөрөү хаҡы ете меңдән дә кәм булмаҫ, тип иҫәп тотабыҙ, уның биш меңе – федераль ҡаҙнанан гарантияланған сумма”, – тип белдерҙе Хөкүмәт рәйесе урынбаҫары.

Автор:Гөлсирә Мөхәмәтдинова
Читайте нас