Йәмғиәт
4 Февраля 2022, 13:05

Дистанцион уҡыуға бөтәһе лә күсәме?

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәш буйынса оператив штабтың сираттағы ултырышын үткәрҙе.

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәш буйынса оператив штабтың сираттағы ултырышын үткәрҙе. Унда ағымдағы хәлде тикшерелде.

Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин һүҙҙәренсә, поликлиникаларҙың яңы эш режимы уҙған дүшәмбелә килеп тыуған көсөргәнеште кәметергә мөмкинлек бирҙе. Башҡортостанда үҫмерҙәргә «Спутник-М» вакцинаһы менән прививка яһау башланды. Һаулыҡ һаҡлау министрлығының һуңғы мәғлүмәттәре буйынса, республикала 2 мең самаһы үҫмер яңы коронавирус инфекцияһынан вакцина ҡаҙатты.

Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин әйтеүенсә, республикала уҡыусыларҙың 1,9% ғына ковид менән сирләй, шуға күрә барлыҡ мәктәптәрҙе дистантҡа күсереү күҙ уңында тотолмай.

Шулай уҡ Башҡорт дәүләт медицина университеты студенттары-ирекмәндәре ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәгендә оператор булып ултыра. Хәҙер унда шылтыратыуҙарға 97 кеше яуап бирә.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас