Башҡортостанда йәнә ковид-сирлеләр һаны буйынса антирекорд теркәлгән. Һуңғы тәүлектә республикала коронавирус инфекцияһының 1 678 осрағы асыҡланған, тип хәбәр иттеләр республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Пандемия башланғандан алып республикала бөтәһе 137,4 меңдән ашыу сирле теркәлгән.
«Әле стационарҙа 249 кеше дауалана. Уларҙың 36-һы ауыр хәлдә, — тип белдерҙеләр ведомствола. — 8,9 меңдән ашыу сирле өйөндә дауалана, 5,5 меңдән ашыуы — 60 йәштән өлкән пациенттар».