Йәмғиәт
8 Февраля 2022, 14:20

Район инвалидтар йәмғиәте өсөнсө тапҡыр Президент гранты отто

Проекттың партнеры булып “Абзелил” гәзите редакцияһы сығыш яһай. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
Район инвалидтар йәмғиәте өсөнсө тапҡыр Президент гранты оттоРайон инвалидтар йәмғиәте өсөнсө тапҡыр Президент гранты отто
Район инвалидтар йәмғиәте өсөнсө тапҡыр Президент гранты отто

Башҡортостан 2022 йыл башында Президент граанттары отҡан проекттар һаны буйынса Рәсәй төбәктәре араһында беренсе урын яуланы. Республиканың граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды 101 469 254 һум күләменә Рәсәй Президенты грантына лайыҡ булды. Шулар иҫәбендә дүрт проект инвалидтар ойошмаһы линияһынан. Һәм был дүрт ойошма араһында Әбйәлил районы инвалидтар йәмғиәте үҙенең өсөнсө проектын быйыл грант саралары иҫәбенә тормошҡа ашырасаҡ.

2018 йылда сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле граждандар, йәмғеһе 68 кеше компьютер грамотаһын үҙләштереп, интернет, социаль селтәрҙәр менән эш итергә өйрәнһә, былтыр “Ағиҙел тулҡындарында” туристик проекты буйынса 120 ойошма ағзаһы Ағиҙел йылғаһы буйлап сплав-сәйәхәттә ҡатнашты.

Сираттағы – ағымдағы йылда тормошҡа ашырыласаҡ проект “Ауыл хәбәрсеһе мәктәбе”ндә мөмкинлектәре сикле кешеләр үҙҙәрен журналистика өлкәһендә һынаясаҡ. Проекттың партнеры булып “Абзелил” гәзите редакцияһы сығыш яһай.

#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас