Йәмғиәт
10 Февраля 2022, 10:20

Республикала Берҙәм һәм төп дәүләт имтихандарына әҙерләнеү өсөн бушлай онлайн-консультациялар башланды

8 февралдән Башҡортостандың сығарылыш класс уҡыусылары өсөн төп һәм берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерләнеү буйынса бушлай онлайн-консультациялар башланды. Уларҙы предмет комиссиялары эксперттары үткәрә.

Ул сығарылыш уҡыусылары һәм балаларҙы имтихандарға әҙерләгән уҡытыусыларға ла файҙалы. Мәктәпте тамамлаусылар, уҡытыусылар, ата-әсәләр йәки сығарылыш уҡыусыларының законлы вәкилдәре имтихандарға әҙерлек барышында ҡыйынлыҡтар тыуҙырған һорауҙарҙы электрон почта аша ебәреп, эксперттан яуап алыуы мөмкин. Сөнки улар имтихандың эшләнешен  һәм нисек итеп дөрөҫ тултырыуҙың бөтә нескәлектәрен белә.

      Онлайн-консультациялар Берҙәм дәүләт имтихандары буйынса 24 февралгә тиклем һәр шишәмбе һәм кесаҙна 15-тән 17-е сәғәткә тиклем, Төп дәүләт имтихандары буйынса  2 мартҡа тиклем һәр шаршамбы һәм йома 15-тән 17-е сәғәткә тиклем үткәрелә.

 Һорауҙарҙы алдан электрон почта аша ебәрергә мөмкин: mailto:gia11@rcoi02.ru (ЕГЭ), mailto:gia9@rcoi02.ru (ОГЭ).

Дәүләт имтихандарына әҙерләнеү өсөн материалдар, шулай уҡ консультациялар уҙғарыу графигы һәм трансляцияға һылтанмалар «Башҡортостан Республикаһы электрон белем биреү» мәғариф порталында урынлашҡан:

ЕГЭ:

https://edu.bashkortostan.ru/e-course/OO/189959/

ОГЭ:

https://edu.bashkortostan.ru/e-course/OO/189964/

Автор:
Читайте нас