Өс йылда Башҡортостанда подъездарҙы комплекслы ремонтлау программаһы буйынса 2 184 күп фатирлы йортта 6 493 подъезд төҙөкләндерелде. Эштәрҙең дөйөм суммаһы 2 миллиард һумдан ашыу тәшкил итте. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә 2022 йылда ошо программаға финанслауҙы арттырыуға өлгәшеү тураһында яҙҙы. Планда —320 күп фатирлы йорттағы 958 подъезды тәртипкә килтереү.
Программа сиктәрендә ишектәр ремонтлана, беренсе ҡаттарҙа керамик плиткалар түшәлә, яңа тамбур ишеге, пластик тәҙрәләр, почта йәшниктәре, энергияны һаҡсыл файҙаланған яҡтыртҡыстар ҡуйыла, шулай уҡ стеналар, түбәләр штукатурлана, тип билдәләне республики етәксеһе.
«Сифат мәсьәләһе бик мөһим. Бер нисә тапҡыр намыҫһыҙ подрядсылар менән «ауыҙ беште», быйыл эштәргә контролде көсәйттек. Халыҡтан элеккесә ситтә ҡалмаҫҡа, эштәрҙе контролдә тоторға ярҙам итеүҙәрен һорайбыҙ. Биш йыл гарантия ла бар».