#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
“Экология” милли проектының “Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән комплекслы эш итеү системаһы” федераль проектына ярашлы 14 февралдән 14 мартҡа тиклем Башҡортостанда “Макулатура тапшыр – ағасты ҡотҡар!” экологик марафоны ойошторола. “Экология” милли проектының “Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән комплекслы эш итеү системаһы” федераль проектына ярашлы 2024 йылға тиклем ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙың 12 проценты эшкәртеүгә йүнәлтелергә тейеш.
14 февралдән 14 мартҡа тиклем Башҡортостанда барған “Макулатура тапшыр – ағасты ҡотҡар!” экологик марафоны ҡатнашыуға төбәктәге барлыҡ уҡыу йорттары, йәмәғәт ойошмалары, предприятиелар, компаниялар һәм башҡа учреждениелар саҡырыла. Бының өсөн 300 килограмдан ашыу кәрәкмәгән макулатура йыйырға (был 120 сантиметр бейеклектәге А4 ҡағыҙының алты өйөмө йәки әҙәби ҡиммәте булмаған 850-гә яҡын китап), алыҫ райондар өсөн 500-1000 килограмдан ашыу макулатура йыйырға, артабан Сдай-Бумагу.рф йәки www.Sdai-Bumagu.com.акцияһының рәсми сайтында заявка ҡалдырырға кәрәк.
Акция Башҡортостан райондары һәм ҡалалары араһында ярыштар формаһында ойошторола. Экомарафон һөҙөмтәләре буйынса муниципалитеттарҙың йәшел рейтингы төҙөләсәк. Алдан www.сдай-бумагу.рф рәсми сайтында макулатура сығарыу өсөн ғаризалар ҡалдырырға кәрәк, йыйылған макулатураны эшкәртеүсе компанияның транспорты акцияны уҙғарыу графигына ярашлы сығара.
Акция йомғаҡтары буйынса барлыҡ ҡатнашыусылар рәхмәт хаттары, ә иң һөҙөмтәлеләре аҡсалата премиялар менән бүләкләнәсәк. Өлкәнең дөйөм һөҙөмтәһе 70 тоннанан ашыу булһа, финалсылар ҡиммәтле бүләктәр аласаҡ.