Йәмғиәт
18 Февраля 2022, 06:32

Башҡортостан халҡының һаны аталды

Республика статистика  ведомствоһы үткән йылда төбәк халҡы  һаны буйынса мәғлүмәт еткерҙе. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google

2021 йылда Башҡортостанда халыҡ һаны 12,7 мең кешегә кәмегән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 2022 йылдың 1 ғинуарына республика халҡының һаны 4001052 тәшкил иткән,ә  2021 йылдың ғинуарында 4013786 кеше булған. Алдағы йылдарҙағы кеүек, ауыл  еренән ҡалаға күсеүселәр һаны арта бара, йәки  2021 йылда  республиканың ҡала халҡы йәнә 4 меңгә тиерлек артҡан.  Ундағы дөйөм халыҡ һаны 2,515 миллиондан ашыу кешегә еткән. Һәм, киреһенсә бер йыл эсендә, ауыл халҡы 16,7 мең кешегә кәмегән. Аныҡлап әйткәндә, 2022 йылдың башына Башҡортостандың  ауыл ерендә 1,486 миллиондан ашыу кеше иҫәпләнә.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас