Йәмғиәт
19 Февраля 2022, 03:05

Ағасты ташыуға бәйле талаптар үҙгәрҙе

2022 йылдың 1 ғинуарынан урмандан сығарылған һәр ағас партияһына QR-код формаһында электрон документ булырға тейеш. Был кодһыҙ ағасты ташыу, уны эшкәртеүгә алып барыу тыйыла.

2022 йылдың 1 ғинуарынан урмандан сығарылған һәр ағас партияһына QR-код формаһында электрон документ булырға тейеш. Был кодһыҙ ағасты ташыу, уны эшкәртеүгә алып барыу тыйыла.

Закондағы был үҙгәрештәр тик ҡуртымсыларға һәм эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәргә генә ҡағыла.

Граждандарҙың шәхси ихтыяждары - төҙөлөш, йорт-ҡаралтыны ремонтлау, утын өсөн алынған ағасты ташыуға QR-код кәрәкмәй, һатып алыу-һатыу килешеүенең булыуы ғына шарт. Шәхси ихтыяжға алған ағасты һатырға ярамай, уның өсөн граждандарҙы яуаплылыҡҡа тарттырыу ҡаралған. Шәхси эшҡыуарҙар нотариаль килешеү нигеҙендә генә уларҙың диләнкәһен эшкәртеүҙә ярҙам итә ала.

Ағасты ташыуға QR-кодты алыу өсөн  Берҙәм дәүләт автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһы (ЛесЕГАИС) мобиль ҡушымтаһын файҙаланырға кәрәк. Уны башҡарыу ҡыйын да, оҙаҡ та түгел, интернет булмаған ерҙәрҙә лә ҡушымта эшләй. РФ Урман кодексының 50.4 статьяһының 8-се өлөшөнә ярашлы сыҡҡан ҡарар үҙ көсөнә 2022 йылдың 1 ғинуарында инде һәм тикшереүҙәр башланды.

Закондағы был үҙгәрештәр ағастың һәм унан етештерелгән төҙөлөш материалдарының законһыҙ әйләнешенә юл ҡуймау маҡсатында индерелде. Шулай уҡ илдән эшкәртелмәгән ағасты сығарыу буйынса ла сикләүҙәр бар, был  сеймал Рәсәй эшкәртеүселәренә ҡалһын өсөн шулай эшләнә.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас