Йәмғиәт
24 Февраля 2022, 05:05

Райондаштарыбыҙ битараф түгел

Тәүгеләрҙән булып Рәйсә Тутаева кейем-һалым килтерҙе.

Райондаштарыбыҙ битараф түгелРайондаштарыбыҙ битараф түгел
Райондаштарыбыҙ битараф түгел

Беҙҙең районда ДНР һәм ЛНР-ҙан эвакуацияланғандар өсөн ярҙам ҡабул итеү пункты асылды. Ул Асҡар ауылы, Коммунистик урамы, 11 адресы буйынса Йәштәр йорто бинаһында урынлашҡан.

Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары граждандарына ярҙам күрһәтеүгә бәйле һорауҙар менән 8 (347)218-19-19 телефоны буйынса берҙәм республика ситуация үҙәгенә, шулай уҡ районда 8(34772) 2-15-22, 7 (906) 371-87-97 телефондары аша мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Гуманитар ярҙам эш көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 5-кә тиклем ҡабул ителә. Яңы, этикеткалы өҫ һәм аяҡ кейемдәре, түшәк кәрәк-ярағы, шәхси гигиена әйберҙәре, тиҙ боҙолмай торған аҙыҡ-түлек килтерергә була. Миһырбанлы райондаштарыбыҙ ауыр хәлдә ҡалғандарға ярҙам итергә теләк белдереп, пунктҡа әйберҙәр килтерә башланы.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас