Йәмғиәт
25 Февраля 2022, 04:15

Банктар халыҡты тынысландыра

Социаль селтәрҙәрҙә кешеләрҙе хәүефләнергә мәжбүр иткән хәбәрҙәр йөрөй башланы. Имеш, банк карталарынан аҡсаны алырға кәрәк, юғиһә банктар эшендә өҙөклөктәр булыуы ихтимал.

Социаль селтәрҙәрҙә кешеләрҙе хәүефләнергә мәжбүр иткән хәбәрҙәр йөрөй башланы. Имеш, банк карталарынан аҡсаны алырға кәрәк, юғиһә банктар эшендә өҙөклөктәр булыуы ихтимал.

Һаҡлыҡ банкы быға ҡарата рәсми релиз сығарған. Унда: “Һаҡлыҡ банкы һәм уның бөтә системалары штат режимында эшләй, клиенттар, физик һәм юридик шәхестәр уларҙың сараларынан, сервистарынан тулыһынса файҙалана ала. Беҙ хәлдең теләһә ниндәй үҫешенә әҙер һәм клиенттарыбыҙҙың аҡсаларын, активтарын, мәнфәғәттәрен гарантиялы яҡлау, шулай уҡ бөтә функцияларыбыҙҙың штаттағы эшен тәьмин итеү өсөн сценарийҙар әҙерләнек. Һаҡлыҡ банкының килеп тыуған шарттарҙа эшләү өсөн бөтә кәрәкле ресурстары, идара итеү тәжрибәһе, экспертизаһы бар. Беҙ һеҙҙе рәсми мәғлүмәт сығанаҡтарына ғына ышанырға саҡырабыҙ. Клиенттарыбыҙға үҙгәрештәр тураһында мәғлүмәт бирәсәкбеҙ”, - тиелә.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас