Бөгөн, 2 мартта, Өфө ҡалаһында "Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе" республика конкурсы финалистарын бүләкләү тантанаһы уҙҙы.
Сара граждандар йәмғиәте институттарын әүҙемләштереү, халыҡтың рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрен һаҡлау, гүзәл заттың статусын күтәреү маҡсатын ҡуя. Уны Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте уҙғара.
Әбйәлилдән был әһәмиәтле конкурста Ҡырҙастан Мәүҙиға Нәби ҡыҙы Баймөхәмәтова, Хәлилдән Нәйлә Шәйхислам ҡыҙы Күсәрбаева һәм Асҡарҙан Илүзә Ишбулат ҡыҙы Ғәлиәкбәрова ҡатнашты. Улар әүҙем гражданлыҡ позицияһы һәм башҡорт халҡының рухи-мәҙәниәт байлыҡтарын пропагандалауға ҙур өлөш индергән өсөн кубок, миҙал һәм почет грамотаһы менән бүләкләнде. Афарин!