Йәмғиәт
2 Марта 2022, 06:15

Ярҙам йыйыла

Ирекһеҙ тыуған ерҙәренән ҡасып килгәндәр беҙҙең мәрхәмәтлелеккә өмөт итә.

 Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларынан эвакуацияланғандарға ярҙам күрһәтеү өсөн “Йәштәр йорто”нда  пункт асылыуы тураһында хәбәр иткәйнек. “Үҙеңде тап” балалар-үҫмерҙәр клубы директоры Алһыу Мусина әйтеүенсә, урындағы халыҡ ауыр тормош хәлендә ҡалғандарға ярҙам ҡулы һуҙған. Ҡасаҡтарға көнкүреш кәрәк-яраҡтары, гигиена саралары, аҙыҡ-түлек, кейем-һалым килтерәләр. Бында гуманитар ярҙам иҫәпкә алына, махсус журналға яҙылып барыла.

  Мәрхәмәтлелек акцияһын ойоштороусылар эскерһеҙ ярҙам өсөн район халҡына бик рәхмәтле. Шәхси эшҡыуарҙар ҙа ярҙам күрһәтергә теләк белдергән.

Әүҙем йәмәғәтсе, Ҡужан ауылынан Клара Абдуллина ла ярҙам килтерҙе.

 — Һәр кемгә донъяның тыныслығы, именлеге кәрәк. Телевизорҙан ғына ҡарап, ҡайҙалыр алыҫта барған яу өсөн йөрәк өшөй. Хәҙерге һуғыш касафаттарын күҙ алдына килтереүе лә ҡурҡыныс, — тине Клара Хатап ҡыҙы. — Ғүмер буйы тормош көткән йортон, яҡындарын юғалтҡан ололар йәл. Хәлебеҙҙән килгәнсә ярҙам күрһәтәйек, шөкөр, ашарыбыҙға, кейеребеҙгә бар. Мохтаждарға хәйер биреү сауап булыр.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас