Башҡортостанда “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проектын ғәмәлгә ашырыуға ярашлы быйыл 13 автоматик йөк үлсәү пункты ҡуйылған.
Бындай комплекстарҙың төп бурысы – автомобиль юлдарын һаҡлауҙы тәьмин итеү, хәрәкәттә ҡатнашыусылар өсөн хәүефһеҙлек кимәлен арттырыу, юл-транспорт ваҡиғалары һанын кәметеү, автомобиль юлдарын файҙаланыуға һәм тәртиптә тотоуға сығымдарҙы аҙайтыу.
– Ауыр йөк машиналары уны боҙоп ҡына ҡалмай, ә емерә. Иң аяныслыһы был яңыраҡ капиталь ремонт тамамланған йәки төҙөкләндереү үткән юлдарҙа булһа. Был иһә ҙур аҡса һәм көс талап итә, - ти республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев.
Комплекс автоматик рәүештә транспорт сараһын тотҡарламай йәки тулыһынса туҡтатмайынса уны үлсәй һәм ҙурлығын билдәләү мөмкинлеген бирә. Яңы техника шулай уҡ машина хәрәкәтенең тиҙлеген билдәләргә һәм юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы фотовидеотеркәргә һәләтле. Был системаны булдырыу тәүлек әйләнәһенә трафикты контролдә тоторға һәм артыҡ тейәлгән машиналарҙы асыҡларға мөмкинлек бирә.
Билдәле булыуынса, “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты ил Президенты Владимир Путиндың май указдары менән раҫланды.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан