Йәмғиәт
3 Марта 2022, 14:00

Башҡортостанда аҙыҡ-түлек дефициты булмаясаҡ

Сауҙа селәтрҙәрендә тауараҙар запасы етерлек тупланған, уларҙы бүлеү үҙәктәре шттат режимында эшләй

Ошо хаҡта һөйләне БСТ каналында Башҡортостан Сауҙа һәм хеҙмәттәр министры  Алексей Гусев.

­-Башҡортостан  Республикаһы – аграр  төбәк, һәр районда ауыл хужалығы тауарын етештергән хужалыҡтар, предприятиелар, фермерҙар бар. Шулай булғас, беҙҙә аҙыҡ-түлек бөтә тип ҡайғырырға кәрәкмәй. Шул уҡ ваҡытта келәттәрҙә тауарҙарҙың етерлек запасы тупланған, тине ул үҙенең сығышында. - Хаҡтарға килгәндә, йыл башынан ҡайһы бер тауарҙарға хаҡ күтәрелеүе күҙәтел, әммә улар инфляция сиктәрендә. Хаҡ күтәрелеүгә бәйле беҙгә килеүсе  мөрәжәғәттәр артманы. Беҙ урындағы етештереүселәр менән тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ. Улар өсөн сауҙа итеү мәктәптәре ойошторабыҙ, уның сиктәрендә баҙар менән хеҙмәттәшлек итеү ҡағиҙәләре менән таныштырабыҙ, дөрөҫ сауҙа итергә өйрәтәбеҙ.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ,  монополияға ҡаршы хеҙмәттә аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙы арттырыу факттары буйынса ҡыҙыу линия эшләй. Ведомство сайтында форма тултырырға йәки эш сәғәттәрендә 8 (347) 246-21-53. телефоны аша шылтыратырға була.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас