

8 Март гүзәл заттарыбыҙҙы тәбрикләү, уларға йөрәк түренән сыҡҡан иң йылы һүҙҙәрҙе бағышлау көнө. Фельдшерыбыҙҙан да, уҡытыусыбыҙҙан да уңдыҡ тип рәхмәт белдерә ауыл халҡы. Ике Айгөлгә лә һаулыҡ, именлек теләп, тағы оҙаҡ йылдар хеҙмәт урындарын йәмләп эшләүҙәрен теләйҙәр.
Айгөл Ҡыуандыҡ ҡыҙы Рәхмәт ауылында тыуып-үҫкән. 1986 йылда Байым урта мәктәбендә 9-сы класты тамамлағандан һуң, Белорет медицина училищеһена уҡырға инә. Диплом алып, Өфөнөң 36-сы дауаханаһында дәртләнеп хеҙмәт юлын башлай. Ҡыуанып ҡына эшләп йөрөгәнендә ҡайғы килә — ҡапыл әсәһе вафат була. Айгөл мәктәп йәшендәге ҡустыһын, һеңлеләрен ҡарау өсөн тыуған ауылына ҡайта. Әсәй урынына ҡалған йәш ҡыҙ иңенә алты баланың өҫ-башын тәрбиәләү, ваҡытында мәктәпкә ебәреү, дәрестәрен эшләтеү, донъяны бағыу кеүек бөткөһөҙ мәшәҡәттәр ята. Айгөл һынатмай, ауырлыҡтар алдында ҡурҡып ҡалмай — ҡусты-һеңлеләрен уҡытып, уларға аяҡҡа баҫырға ярҙам итә.
Яйҡар ауылында фельдшер-акушерлыҡ пункты асыла һәм Айгөл Ғирфанованы шунда эшкә саҡыралар. Фельдшер сирек быуат буйы, үҙ эшен яратып башҡара. Әйтеүе генә анһат, 25 йыл дауамында ҡышын-көҙөн, яҙын-йәйен, ҡайҙа йәйәү, ҡайҙа юл ыңғайы тура килгән машиналарға ултырып, ел-буранға, ҡар-ямғырға ҡарамай, үҙен түҙемһеҙлек менән көткән ауырыуҙар янына ашыға. Изге күңелле, ихлас, эшен намыҫ менән башҡарған медикты яйҡарҙар ихтирам итә, «Айгөлөбөҙ» тип өҙөлөп тора. Өлкәндәр менән дә, балалар менән дә тиҙ уртаҡ тел тапҡан, һәр кемдең һаулығын хәстәрләгән аҡ халатлы фәрештә кемгә оҡшамаһын инде?!
2018 йылдан фельдшер тыуған ауылында эшен дауам итә. Юғары категориялы һәм оло тәжрибә туплаған Айгөл Ҡыуандыҡ ҡыҙы ауылдаштарына күңел йылыһын, көсөн йәлләмәй. Тормош булғас төрлө хәлдәр булып китә, ә ул тәүлектең ниндәй ваҡытында ла һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер.
А. Ғирфанованың оҙайлы намыҫлы хеҙмәте район хакимиәтенең Почет грамотаһы менән билдәләнгән.
Айгөл Ҡыуандыҡ ҡыҙы эшендә генә түгел, ғаиләһендә лә уңған ҡатын, өлгөлө әсәй һәм өләсәй. Тормош иптәше Рәйес Вәдүт улы менән тырышып матур донъя көтәләр. Ике ҡыҙҙарына таяныс, үрнәк булып йәшәйҙәр.
Айгөл Ғаззал ҡыҙы Рәхмәт урта мәктәбенең тарих уҡытыусыһы. Үҙ фәнен яратҡан һәм төплө белгән алдынғы ҡарашлы педагог 2000 йылдан алып белем усағында эшләй. Йыл һайын район, республика кимәлендә призерҙар әҙерләй. Ике йыл рәттән уның уҡыусылары Динислам Нәбиуллин, Эльза Хамматова, Фәнис Үтәбаев тарих буйынса район олимпиадаһында призерҙар булды, быйыл 7-се кластан Зәлиә Ғәйнуллина еңеүгә өлгәште.
Уҡыусылары эҙләнеү эштәре менән ғилми конференцияларҙа уңышлы сығыш яһай һәм урынһыҙ ҡалмай. Мәҫәлән, үткән уҡыу йылында Фәнис Үтәбаев муниципаль этапта призлы урын яуланы һәм төбәк кимәлендә уңышлы сығыш яһап ҡайтты, быйыл 5-се класс уҡыусыһы Инсаф Әхмәҙиев район буйынса беренсе урын алды.
Айгөл Ғаззал ҡыҙы класс етәксеһе булараҡ ата-әсәләр һәм уҡыусылар менән уртаҡ тел табып эшләй. Әлеге ваҡытта унынсыларға етәкселек итә. Улар уҡыуҙа ла, спорт ярыштарында ла һынатмай. Татыуҙар, әүҙемдәр, алдынғылыҡты бирмәйҙәр. Һәр сараның уртаһында ҡайнайҙар. Яңыраҡ, мәҫәлән, 10-сы класс Осетияла һәләк булған Венер Шаһимәрҙәнов иҫтәлегенә үткәрелгән йыр һәм сафта йөрөү смотрында кубок алды, абсолют чемпион исеменә уның уҡыусыһы Дамир Хөсәйенов лайыҡ булды.
Мәктәп тормошо менән ҡайнап йәшәй ул. Уҡытыуҙан тыш, Айгөл Бикҡужина менән Миңнура Әхмәҙиеваға тәрбиәүи эш тә йөкмәтелгән. Һәр бер сараға сценарий яҙып, ентекле әҙерләнә һәм ҡыҙыҡлы итеп үткәрә. Бер генә нәмәне лә күҙ уңынан төшөрөп ҡалдырмай. «Ете ҡат үлсә, бер ҡат киҫ» тигән әйтем тап уға тура килә. Айгөл бер ваҡытта ла ҡабаланмай, уйлап, яйлап эшләй. Һәр нәмәгә үҙенең фекере бар.
— Коллегалары араһында абруй ҡаҙанған, аҡыллы педагог тип иҫәпләйем. Айгөл Ғаззал ҡыҙы бер ваҡытта ла балаларға тауыш күтәрмәй, төрлө хәлдәрҙе тыныс ҡына хәл иткән, бөтә күңелен һалып эшләгән уҡытыусы, — ти Рәхмәт мәктәбе етәксеһе Зөһрә Әхмәҙиева.
Юғары категориялы уҡытыусы тырыш хеҙмәте өсөн район һәм мәғариф министрлығының маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән.
Мәктәптең профсоюз рәйесе бурыстарын да үтәгән. Уҡытыусыларҙың ялын иҫтә ҡалырлыҡ итеп ойошторған, экскурсия-походтарға алып йөрөгән. Ветеран уҡытыусыларҙың юбилей кисәләрен дә үҙенсәлекле итеп үткәргән. Бына шундай һәр яҡтан килгән, ижади ҡарашлы ул Айгөл.
Яҙмыш һынауҙарына ҡаршы торған ҡатын бөгөн ҡәҙерле әсәй, яратҡан өләсәй. Игеҙәк ҡыҙҙарына матур тәрбиә, юғары белем биреп оло тормош юлына сығарған. Икеһе лә кейәүҙә, әсәләренә оҡшап ҡыҙҙары ла уңған, бәйләү-тегеүгә маһир, оҫта ҡуллы. Юлиә иҡтисадсы, тормош иптәше менән Регина исемле ҡыҙ үҫтерә. Әлиә биология уҡытыусыһы һәм фармацевт һөнәрен алған, Рамазан һәм Рәсүл исемле улдар үҫтерә. Алтын ҡуллы өләсәй һирәк эләккән ял минуттарында ейән-ейәнсәренә ҡупшы свитер, күлдәктәр, ойоҡтар бәйләп ҡуя.