

Рәйсә Буранғолова — Әлмөхәмәт биләмәһенең хәрби-иҫәп өҫтәле белгесе. Был вазифала 2013 йылдан эшләй һәм хеҙмәтенең бөтә нескәлектәрен өйрәнгән. Биләмәнең хеҙмәткә йәше еткән егеттәрен хәрби иҫәпкә ҡуйыу, документтар тултырыу, артабан хәрби комиссариатҡа ваҡытында килеүҙәрен тәьмин итеү Рәйсә Рәсүл ҡыҙының төп бурысы. Бынан тыш, запастағылар менән дә эш барырға тейеш, улар — 702 кеше. Әлеге ваҡытта резервтағылар барлана.
— Беҙҙең биләмәлә малайҙарҙы бәләкәй саҡтан әрмегә әҙерләү, физик яҡтан сыныҡтырыуға ҙур иғтибар бирелә. Бында Сиҙәм урта мәктәбе уҡытыусыһы Салауат Рәжәповтың роле ҙур, уның инициативаһы менән йәш армеецтар командаһы бик яҡшы эшләй, төрлө сараларҙа, ярыштарҙа ҡатнаша. Бергәләп призывниктар көнөн үткәрәбеҙ, тантаналы рәүештә оҙатабыҙ. Хеҙмәт итәм тип атлығып торған егеттәр күп, шуға ауырлыҡ тоймайым, — ти Рәйсә Рәсүл ҡыҙы. — Хәрби комиссариат белгестәре менән тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ, уларға рәхмәт. Һәр саҡ ярҙамға килергә әҙерҙәр.
Эш йомғаҡтары буйынса ул ике тапҡыр комиссариаттың рәхмәт хаты менән бүләкләнгән. Үҙен тик яҡшы яҡтан күрһәткәнгә райондың хәрби-иҫәп өҫтәле белгестәре араһында староста итеп һайлағандар.
— Әрменән һалдаттарҙың сәләмдәрен еткерһәләр йәки ата-әсәләре улдарының хеҙмәт урындарынан рәхмәт хаттарын алыу ҡыуанысы менән уртаҡлашһа, үҙҙәре ҡайтҡас, килеп хәл белешеп китһәләр — эшемә юғары баһа тип ҡабул итәм, — тине Р. Буранғолова. — Егеттәребеҙ имен-аман хеҙмәт итеп ҡайтһын.
Үҙе лә буласаҡ һалдаттар тәрбиәләй. Тормош иптәше Айбулат Баязит улы менән өс ул үҫтерәләр. Арсен Өфө урман техникумы студенты, Тимур 5-се класта уҡый, Марат балалар баҡсаһына йөрөй.