Йәмғиәт
4 Марта 2022, 12:57

Түнгәүер ырыуы йыйыны үтә

Башҡортостанда түнгәүер ырыуы вәкилдәре ете районда Әбйәлил, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Йылайыр, Күгәрсен һәм Хәйбулла ла йәшәйҙәр.

Добавить в предпочтительные источники Google
Түнгәүер ырыуы йыйыны үтәТүнгәүер ырыуы йыйыны үтә
Түнгәүер ырыуы йыйыны үтә

Башҡортостанда түнгәүер ырыуы вәкилдәре ете районда Әбйәлил, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Йылайыр, Күгәрсен һәм Хәйбулла ла йәшәйҙәр.

Беҙҙең районда был ырыуға  Әхмәт, Асҡар, Ишҡол, Исҡужа,Ҡырҙас, Тәпән ауылдары инә. Белеүегеҙсә, үткән йәй көндәрендә Йылайыр районының Ҡашҡар ауылында Түнгәүер ырыуының өсөнсө йыйыны үткәйне.  Уның эшендә башҡа райондар рәтендә, беҙҙең  Әбйәлил делегацияһы ла ҡатнашты. Түнгәүер ырыуы башлығы сығышы менән Хәйбулла районы Таштуғай ауылынан булған билдәле шәхес, режиссер, Башҡорт драма театры артисы Хөрмәтулла Үтәшев киләһе йыйынды үткәреүҙе әбйәлилдәргә йөкмәтеп штандат тапшырҙы.

 Ошоға  ярашлы районда әҙерлек эштәре бара. Район буйынса ойоштороу комитеты төҙөлгән, уның бер нисә ултырышы үтте. Унда  эш планы ҡабул ителде, үтәһе саралар раҫланды, яуаплылар билдәләнде. Ошо  көндәрҙә ырыу етәксеһе,  Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы ағзаһы Хөрмәтулла Үтәшев, ырыу вәкиле, Башҡортостан Республикаһы Милли архивының бүлек начальнигы Азат Ярмуллин ҡатнашлығында уҙған кәңәшмәлә ғилми-ғәмәли конференция үткәреү, ауылдар тарихы , шәжәрәләре, шәхестәре тураһында мәғлүмәт йыйып китап сығарыу тураһында һөйләшеп килешелде. 

Түнгәүер ырыуы йыйыны үтә
Түнгәүер ырыуы йыйыны үтә
Автор:Вил Илһамов
Читайте нас