Йәмғиәт
4 Марта 2022, 11:55

Урман тергеҙелә

Башҡортостанда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проектына ярашлы, урманды тергеҙеү һәм тулыландырыу буйынса системалы эш алып барыла. Проекттың төп маҡсаты – 2024 йылға урмандарҙың кәмеү һәм тулыланыу балансын 100 процент нисбәтендә тәьмин итеү.

Урман тергеҙеләУрман тергеҙелә
Урман тергеҙелә

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Мәҫәлән, быйыл Башҡортостан Республикаһында 14,6 мең гектар майҙанда ағас ултыртыу күҙаллана. Шуларҙан 6,1 мең гектар майҙанда урман культуралары ултыртыла, 8,1 мең гектарҙа урман тәбиғи тулылана, ә 400 гектар ерҙә был эштәр ҡатнаш алып барыла.

Башҡортостан урмансылары 25,7 мең гектар майҙанда урман культураларын агротехник хәстәрләү, 5,1 мең гектар ерҙә урман культураларын тулыландырыу менән шөғөлләнәсәк.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас