

Районда йыл һайын «Ынтылыш-2022» йәштәр форумы уҙғарыла. Был эшлекле мөхиттә йәштәр төрлө өлкәләрҙә уңыш ҡаҙанған тиҫтерҙәре менән аралаша, алдынғы ҡарашлы, маҡсатлы лидерҙарҙан өлгө ала.
— Әбйәлил йәштәре әүҙем, дәртле булыуы менән айырылып тора, беҙ был майҙансыҡта дүртенсе йыл рәттән осрашабыҙ, һәр саҡ алға ынтылырға этәргес биреүе менән әһәмиәтле, — тине район хакимиәтенең социаль үҫеш бүлеге начальнигы Вадим Ғафаров. — Форум эшендә уңыштар теләйбеҙ, бөгөн билдәләнгән ҡыйыу маҡсаттар тормошҡа ашһын.
Райондашыбыҙ, Таштуй ауылы егете Азат Айытбаев Өфө дәүләт нефть-техник университеты студенты, республиканың йәштәр лигаһы ағзаһы. 20 йәшлек егет социаль йүнәлештәге гранттар алыуҙа байтаҡ тәжрибә туплаған, ике тиҫтәнән күберәк наградаларға лайыҡ булған. Форумда ул спикер сифатында сығыш яһаны.
— Минең тәүге проектым — «Әбйәлил районында парламент дебаттары буйынса мәктәп-ара турнир» тип аталды. Был проект уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен үҫтереү, аудитория алдында сығыш яһарға өйрәтеүгә йүнәлтелгән. «Йәштәр үҙидараһы һәм сәйәсәте» номинацияһында беренсе урын алдым. Гранттың күләме 50 мең һум булды, — ти Азат Әхмәт улы. — Әлбиттә, йәштәр һәм студенттар өсөн бер миллион һумлыҡ гранттар ҙа ҡаралған. Әммә тәжрибәһеҙ, нескәлектәрен белмәйенсә ҙур суммаға дәғүә итеп булмай. Мин республика райондары буйлап күп йөрөйөм, йәштәр менән осрашам, гранттар тураһында аңлатам. Шуныһы ҡыуаныслы, йәштәрҙең идеялары күп, хатта аяҡ аҫтына ҡарап китеп барғанда ла башҡа шәп уй килә тиҙәр. Мәҫәлән, сүп-сар полигондары төҙөү, эт-бесәйҙәр өсөн приюттар асыу һ.б. Проект яҙырға теләгән һәр кемгә консультация бирәм, кәңәштәремде әйтәм.
Азат грант өсөн проект яҙыуға ниндәй төп талаптар ҡуйылыуы тураһында ентекләп аңлатты. Проект социаль әһәмиәтле проблеманы хәл итеүгә, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә һөҙөмтә килтерергә тейеш. Әлеге ваҡытта мәғариф, фән, өҫтәмә белем биреү өлкәләрендә, эшһеҙлек, эскелек, наркомания, терроризмды киҫәтеү, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау проблемалары буйынса темалар өҫтөнлөк менән файҙаланыла.
Форумда ҡатнашыусы йәштәр, мәктәп уҡыусылары, педагог-ойоштороусылар, балалар ижад йорто, китапхана, мәҙәни-ял үҙәге хеҙмәткәрҙәре спикерҙар менән төрлө йүнәлештә социаль проекттар яҙып ҡараны. Замана йәштәре араһында ҙур популярлыҡ яулаған киберспорт (компьютер спорты), лидерлыҡ мәктәбе, моделдәр студияһы кеүек темалар булды.
Яҡташтарыбыҙ Шәфҡәт Ғәбитов, Әсғәт Йәһүҙин кеүек йүнсел, маҡсатлы егеттәр форумда ҡатнашты һәм үҙҙәренең белгәндәрен өйрәтте, грант яҡлауҙа тәжрибәләре менән уртаҡлашты.
Уңышлы булыуҙың бер генә юлы билдәле. Аҡылыңды, белемеңде һалып тырышырға, алға барырға. Диванда ятып, бөтәһен дә тәнҡитләү еңел, әммә ул бер үҙгәреш, үҫеш килтермәйәсәк. Хатта, нимәлер килеп сыҡмаһа, был да үҙенә күрә тәжрибә. Туҡтап ҡалмаҫҡа, мин булдырам тигән девиз менән йәшәргә, яҡшыға ынтылырға кәрәк. Үҙ фекерҙәрен ҡыйыу яҡлаған, төплө белемле йәштәргә ҡарап, күптәр шундай һығымта яһағандыр.