Йәмғиәт
10 Марта 2022, 09:40

Башҡортостан магазиндарында шәкәргә ҡытлыҡ юҡ

Магазиндарҙа күп тауарҙарға, атап әйткәндә, шәкәргә хаҡтың ҡырҡа күтәрелеүенә бәйле ведомствоға мөрәжәғәттәр артҡан. #Объясняем_Башкортостан, #Аңлатабыҙ_Башҡортостан,#Объясняемрф

Магазиндарҙа күп тауарҙарға, атап әйткәндә, шәкәргә хаҡтың ҡырҡа күтәрелеүенә бәйле ведомствоға мөрәжәғәттәр артҡан.

Башҡортостан Сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев төбәктә шәкәргә бәйле хәлгә аңлатма бирҙе.

--Сауҙа селтәрҙәре һуңғы көндәрҙә шәкәргә ихтыяж ныҡ артыуын билдәләәй. Һатыуысылар тауарҙы келәттәрҙән килетреп, кәштәләргә ҡуйып өлгөрмәйҙәр, - ти ведомство башлығы. ––  Бында шулай уҡ рәсәй аҙыҡ-түленк етештереүселәре ошоға тиклем сит илдәрҙән индерелгән шәкәрҙе ҡулланһа, бөгөн үҙебеҙҙе шәкәрҙе тотона. Был да татлы ризыҡҡа хаҡтың күтәрелеүенә килтерҙе.

Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығынан белдереүҙәренсә, етештереүселәр һәм ритейлерҙар менән килешелгән. Һаҡлағыстарҙа шәкәр етерлек. Тиҙҙән ул магазиндарға таратыласаҡ. Артыҡ ҡиммәткә һатылған осраҡта, монополияға ҡаршы идаралыҡҡа хәбәр итергә кәрәк.

Башҡортостан Сауҙа министры Алексей Гусев белдереүенсә, төбәктә магазиндарында шәкәргә ҡытлыҡ юҡ хәбәр итеүҙәренсә,
Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығынан белдереүҙәренсә, етештереүселәр һәм ритейлерҙар менән килешелгән. Һаҡлағыстарҙа шәкәр етерлек. Тиҙҙән ул магазиндарға таратыла. Артыҡ ҡиммәткә һатылған осраҡта, монополияға ҡаршы идаралыҡҡа хәбәр итергә кәрәк.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас