Йәмғиәт
10 Марта 2022, 12:17

Күп балалы ғаиләләр коммуналь түләүҙән азат ителеүе мөмкин

Дәүләт Думаһының Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса комитеты ағзалары күп балалы ғаиләләргә торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәре өсөн йөҙ процент күләмендә субсидия биреү тәҡдиме менән сығыш яһаны. #национальныепроекты#регпроекты #нацпроектыБашкортостан

Шулай уҡ инициативалар иҫәбендә,  65 йәштән өлкәндәргә торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙең етмеш процентын субсидиялау ҡарала. Бынан тыш, эшһеҙ булған ғаиләләргә лә торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәрҙе түләүгә субсидиялар бирергә тәҡдим ителә. Граждандар өсөн торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр түләгәндә банктар комиссияһын бөтөрөргә йәки 0,1 процентҡа тиклем сикләргә, иҡтисади хәл ҡатмарлашҡан осорҙа торлаҡ-коммуналь хужалыҡ ойошмалары өсөн һалым түләүҙе кисектереүҙе һәм йыйымдарҙы кәметергә тәҡдим ителә.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас