Йәмғиәт
10 Марта 2022, 11:25

Ҡотлайбыҙ!

2021 йыл йомғаҡтары буйынса төрлө өлкәләрҙә район мәнфәғәтендә оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгән хеҙмәт алдынғылары лайыҡ булдылар:

Ҡотлайбыҙ!Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

2021 йыл йомғаҡтары буйынса төрлө өлкәләрҙә район мәнфәғәтендә оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгән хеҙмәт алдынғылары республиканың дәүләт наградаларына лайыҡ булдылар:
Штырляева Гөлсинә Йомағол ҡыҙы, «Красная Башкирия» ауыл хужалығы кооперативының машина менән һауыу операторы — агросәнәғәт комплексы системаһында республика ярыштары йомғаҡтары буйынса юғары күрһәткестәргә өлгәшкәне өсөн «Һөнәре буйынса иң яҡшы» номинацияһында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең дипломы менән наградланды;
Хисмәтуллин Бүләк Салауат улы, «Красная Башкирия» ауыл хужалығы малсыһы — «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре» исеме бирелде;
Һибәтов Нәсих Иштимер улы, «Әбйәлил сорт участкаһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте механизаторы — Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнде;
Лоҡманов Вәли Әүәл улы, шәхси эшҡыуар — бизнесын уңышлы алып барғаны, райондың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡаны өсөн Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитетының Почет грамотаһы менән бүләкләнде.
Башҡортостан Республикаһы Башлығының Рәхмәт хаты менән:
Ғүмәров Илфат Рәфҡәт улы, район хакимиәтенең кадрҙар менән эш һәм муниципаль хеҙмәт бүлеге начальнигы — юғары һөнәри оҫталығы өсөн;
Можгин Олег Сергеевич, Магнитогорск ҡалаһында йәшәй — Башҡортостан биләмәһендәге тәбиғәт янғындарын һүндереүҙә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн.

2021 йыл йомғаҡтары буйынса район предприятиелары, учреждениелары һәм коллективтары араһында иң яҡшылар тип табылдылар:

Иң яҡшы ауыл хужалығы предприятиеһы — «Красная Башкирия» АХК-һы (етәксеһе Раил Салауат улы Фәхрисламов);
Иң яҡшы һөтсөлөк-тауар фермаһы — шәхси эшҡыуар Тимербулат Нәби улы Рәхмәтовтың ғаилә малсылыҡ фермаһы;
Иң яҡшы крәҫтиән-фермер хужалығы — шәхси эшҡыуар Сергей Сергеевич Старцевтың крәҫтиән-фермер хужалығы;
Иң яҡшы хеҙмәтләндереүсе пред-приятие — «Абзелилспецкомобслуживание» предприятиеһы (етәксеһе Йәлил Насиб улы Зәйтүнов);
Иң яҡшы ауыл биләмәһе — Йәнгел ауыл биләмәһе (башлығы Рөстәм Эрнест улы Ҡадиров);
Иң яҡшы һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы — Урал участка дауаханаһы (етәксеһе, табип Аэлита Рәшит ҡыҙы Байымова);
Иң яҡшы мәғариф учреждениеһы — Йәнгел урта мәктәбе (директоры Илдар Мансур улы Ғәббәсов);
Иң яҡшы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы — Дәүләт ауылының «Тылсым» балалар баҡсаһы (мөдире Рәшиҙә Раил ҡыҙы Сабитова);
Иң яҡшы мәҙәниәт учреждениеһы — Красная Башкирия ауыл мәҙәниәт йорто (мөдире Галина Николаевна Терентьева);
Иң яҡшы йәмәғәт ойошмаһы — Гусевка ауыл биләмәһенең ветерандар советы (рәйесе Венера Хәсәнша ҡыҙы Шәйхисламова);
Шәхси ярҙамсы хужалыҡтар араһында:
Ҡаҙмаш ауылынан Ихсанов Әсғәт Садиҡ улының шәхси ярҙамсы хужалығы;
Атауҙы ауылынан Ишмөхәмәтов Марат Ғилметдин улының шәхси ярҙамсы хужалығы;
Ишҡол ауылынан Әбүзәров Илфат Дим улының шәхси ярҙамсы хужалығы.

Һөнәре буйынса иң яҡшы тип табылдылар:
Иң яҡшы механизатор — Хәйбуллин Наил Иршат улы, Ә. Р. Мортазин КФХ-һы механизаторы;
Иң яҡшы комбайнер — Таһиров Алмас Әбделхай улы, «Башаҡ» ЯСЙ-һы комбайнеры;
Иң яҡшы быҙау ҡараусы — Рәхмәтуллина Райхан Нурғәле ҡыҙы —«Красная Башкирия» АХК-һы малсыһы;
Иң яҡшы һауынсы — Хәкимова Нурзифа Нуриәхмәт ҡыҙы, Р. Р. Юлдыбаев КФХ-һының машина менән һауыу операторы;
Иң яҡшы малсы — Греб Владимир Владимирович, В. П. Серпков КФХ-һы малсыһы;
Иң яҡшы ауыл хужалығы предприятиеһы белгесе — Ҡужина Әлиә Салауат ҡыҙы, «Красная Башкирия» АХК-һы зоотехнигы;
Иң яҡшы ветеринар — Аҫылғужин Хәсән Ғаззал улы, Красная Башкирия ветеринар участкаһы мөдире;
Иң яҡшы умартасы — Минһажев Ринат Нуриәхмәт улы, Салауат ауылы;
Иң яҡшы көтөүсе — Шаһыбалов Дим Сөләймән улы, Байым ауылы малын көтөүсе;
Иң яҡшы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәре — Мырҙабаева Рәшиҙә Вара ҡыҙы, «Источник» ЖРЭУ-һының баш инженеры;
Иң яҡшы төҙөүсе — Килмөхәмәтов Йәмил Әнүәр улы, Й. Р. Баймырҙин КФХ-һының балта оҫтаһы;
Иң яҡшы водитель — Шиһапов Юлай Йәғәфәр улы, Урал аръяғы УЭМВС-ы водителе;
Иң яҡшы юл хужалығы эшсеһе — Хәйбуллин Фәнил Фәйзрахман улы, Әбйәлил ДРСУ-һы тракторсыһы;
Иң яҡшы энергетик —Хөснөтдинов Айгиз Илгиз улы, «Электр селтәрҙәре» ЯСЙ-һының Асҡар участкаһы баш инженеры;
Иң яҡшы урман тармағы эшсеһе — Ғәлиастанов Мансаф Мансур улы, «Әбйәлил урман хужалығы» предприятиеһы водителе;
Иң яҡшы хәрби идаралыҡ хеҙмәткәре — Мырҙабаева Гөлфирә Айбулат ҡыҙы, район хәрби комиссариаты хеҙмәткәре;
Иң яҡшы ҡотҡарыусы — Абдрахманов Ғаяз Ғимаҙи улы, 61-се янғын һағы водителе;
Иң яҡшы хоҡуҡ һаҡлау органы хеҙмәткәре — Мәғәфүров Ғәзиз Азамат улы, район эске эштәр бүлегенең патруль-пост хеҙмәте командиры;
Иң яҡшы почта элемтәһе хеҙмәткәре — Солтанова Фирүзә Иштимер ҡыҙы, Михайловка ауылы почтальоны;
Иң яҡшы бухгалтер — Дауытова Лилиә Сәхей ҡыҙы, «Мәҙәниәт учреждениеларын хеҙмәтләндереү буйынса үҙәкләштерелгән бухгалтерия» бухгалтеры;
Иң яҡшы уҡытыусы — Баймырҙина Римма Фәйзулла ҡыҙы, Т. Кусимов исемендәге гимназия уҡытыусыһы;
Иң яҡшы тәрбиәсе — Усманова Ғәмбәриә Зәйтүн ҡыҙы, Ташбулат ауылының «Шатлыҡ» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе;
Иң яҡшы өҫтәмә белем биреү хеҙмәткәре — Ҡусҡаров Рәшит Ислам улы, район балалар ижады йорто педагогы;
Иң яҡшы табип — Билалова Розалия Рәфҡәт ҡыҙы, Асҡар үҙәк дауаханаһы терапевы;
Иң яҡшы фельдшер – Дауытова Миңзәүрә Миҙәт ҡыҙы, Әлмөхәмәт станцияһы ауылы ФАП-ы фельдшеры;
Иң яҡшы урта звено медицина хеҙмәткәре — Дәүләтова Земфира Илдус ҡыҙы, Асҡар үҙәк дауаханаһының балалар консультацияһының шәфҡәт туташы;
Иң яҡшы шифахана хеҙмәткәре — Баҡыев Винир Фәнил улы, «Яҡтыгүл» шифаханаһы водителе;
Иң яҡшы мәҙәниәт хеҙмәткәре — Ғәбитов Заһит Наил улы, район мәҙәни-ял үҙәгенең баш хормейстры;
Иң яҡшы социаль хеҙмәтләндереү хеҙмәткәре — Баһауетдинова Зимфера Йәғәфәр ҡыҙы, «Ярҙам» халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәгенең социаль хеҙмәткәре;
Иң яҡшы физкультура һәм спорт хеҙмәткәре — Әлибаев Таһир Зөлфир улы, Хәлил мәктәбенең физкультура уҡытыусыһы;
Иң яҡшы сауҙа хеҙмәткәре — Байбулатова Гүзәлиә Вәхит ҡыҙы, шәхси эшҡыуар;
Иң яҡшы йәмәғәт туҡланыуы хеҙмәткәре — Әхмәтова Гөлсәсәк Ғаб-дулхаҡ ҡыҙы, Красная Башкирия ауылы «Урал» кафеһының өлкән ашнаҡсы-кондитеры;
Иң яҡшы муниципаль хеҙмәткәр — Мөхөтдинова Асия Ниғмәт ҡыҙы, Ташбулат ауыл биләмәһенең эштәр менән идарасыһы;
Иң яҡшы староста — Шәйхетдинов Әлхәм Иштимер улы, Дәүләт ауылының старостаһы;
Иң яҡшы имам-хатиб — Әһелов Данил Шакирйән улы, Ҡаҙмаш ауылының имам-хатибы.

Автор:
Читайте нас