Йәмәғәт тикшереүенә закон проекты сығарылғанУнда әсәлек капиталын, Пенсия фондына шәхсән мөрәжәғәт итмәйенсә, балаға белем биреүгә йүнәлтеү мөмкинлеге тураһында яҙылған. Ул ғаризаһыҙ, бала тыуғандан һуң, тәғәйенләнә. Капиталды торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға, баланы уҡытыуға, инвалид балаларға социаль реабилитация өсөн түләүгә тотонорға мөмкин.
Шулай уҡ уларҙы әсәнең буласаҡ пенсияһының тупланма өлөшөнә йәки өс йәшкә тиклемге икенсе балаға айлыҡ түләүгә йүнәлтергә мөмкин.Былар барыһы ла "Демография" милли проекты сиктәрендә бойомға ашырыла.