Йәмғиәт
17 Марта 2022, 11:07

Өфөгә Луганск Халыҡ Республикаһынан 30 бала килде

Өфөгә Луганск Халыҡ Республикаһының Петровское ҡалаһынан 30 уҡыусы килде. Уларҙы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов, шулай уҡ мәҙәниәт ирекмәндәре һәм эҙәрмәндәр ҡаршы алды.

Килеп төшкәс тә балаларҙы табиптар тикшерҙе, шунан улар «Йәшел сауҡалыҡ» шифахаһына урынлаштырылды. Балалар бында ике аҙна һаулыҡтарын нығытырға тейеш.

Луганск уҡыусылары өсөн бай мәҙәни программа: театрға, музейға, аквапаркка, шулай уҡ Торатауға һәм Ҡыҙыл шишмә ҡасабаһына алып барыу ҡаралған. 

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-03-16/v-ufu-pribyli-deti-i-lnr-2730944

Читайте нас