Йылда, оҙайлы Май байрамдары көндәрендә республикала туристәрҙең йылғалар буйлап ағыуы, йәйге экологик туризм асыла. Шулай ҙа республикаға килеп ял итеүселәрҙең һаны август айында иң күбе икәне билдәле. Шуныла билдәләр кәрәк, быйыл Башҡортостан республикаһы «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы» милли проекты буйынса ойошторолған мәктәп туризмы буйынса пилот проектында ҡатнаша. Был проект бишенсенән алып туғыҙынсы кластағы уҡыусылар өсөн республика буйлап бер көнлөк турҙар үткәреүгә йүнәлтелгән. Йәйге каникулдарҙа 11 мең самаһы баланы йәлеп итергә уйлайҙар. Проектты тормошҡа ашырыуға 70 миллион һум самаһы аҡса бүленгән. Әйткәндәй, 2021 йыл йомғаҡтары буйынса, Башҡортостанға туристар ағымы 2020 йыл менән сағыштырғанда 17 процентҡа артҡан һәм 3,5 миллион кешегә еткән. Туризм өлкәһендә былтырғы аҡсаның дөйөм әйләнеше 13,8 миллиард һум тәшкил иткән.