Йәмғиәт
24 Марта 2022, 10:34

Рузанна коронавирусҡа ҡаршы

Көсөргәнешле осорҙа күрһәткән фиҙаҡәрлектәре өсөн улар РФ һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзының «Студент-медиктар коронавирусҡа ҡаршы» иҫтәлекле миҙалдары менән бүләкләнде. Ҡыйыу йөрәкле егет-ҡыҙҙар араһында Әбйәлил һылыуы — Асҡарҙан Рузанна Камалова ла ошо награданы алды.

Рузанна коронавирусҡа ҡаршыРузанна коронавирусҡа ҡаршы
Рузанна коронавирусҡа ҡаршы

Яңы коронавирус инфекцияһы менән көрәшкә шәхси ярҙамын индергән — Колл-үҙәктә эшләгән, медицина хеҙмәткәрҙәренә биоматериалдар алыуҙа, дарыуҙар сортлаштырыуҙа булышлыҡ иткән республика медицина колледждары студенттары Башҡорт дәүләт медицина университетында Рәсәй һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзы рәйесе А. И. Домников һәм медуниверситет ректоры В. Н. Павлов менән осрашты. Көсөргәнешле осорҙа күрһәткән фиҙаҡәрлектәре өсөн улар РФ һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзының «Студент-медиктар коронавирусҡа ҡаршы» иҫтәлекле миҙалдары менән бүләкләнде. Ҡыйыу йөрәкле егет-ҡыҙҙар араһында Әбйәлил һылыуы — Асҡарҙан Рузанна Камалова ла ошо награданы алды.

Рузанна Белорет медколледжында 4-се курста уҡый. Тиҙҙән шәфҡәт туташы дипломын ҡулына аласаҡ. Ҡыҙ 1-се Асҡар урта мәктәбендә уҡыған, унда ла тырышлығы менән алдырған. 9-сы кластан һуң күңеле тартҡан һөнәр буйынса уҡырға ингән. Ул беренсе курстан төркөм старостаһы, иптәштәре араһында абруйлы, уҡытыусылары ла Рузаннаға ҙур өмөттәр бағлай, хатта медицина юҫығында юғары белем алырға, артабан табипҡа уҡырға өгөтләй.
Тажзәхмәт ҡоторған осорҙа Рузанна 1-се ҡала поликлиникаһында эшләгән. «Ҡыҙыл зона»лағы табиптарға һәм шәфҡәт туташтарына ярҙамлашҡан, ауырыуҙарға рецептар яҙған, ПЦР-тестары ыңғай булғандарға дарыуҙар таратҡан, амбулатор дауаланыусы сирлеләргә шылтыратып хәл-тороштарын белешкән, кәңәштәр биргән.
Пандемия мәлендә алған хеҙмәт тәжрибәһен бер нимә менән дә сағыштырып булмай, ти ул. Буласаҡ медик өлкән коллегаларынан үҙе өсөн ҙур һабаҡ үҙләштергән. Студенттар араһында ла ковид йоҡтороусылар булған. Шөкөр, зәхмәт Рузаннаны урап үткән, вакцина һалдырыуы һәм санитар-гигиена талаптарын теүәл үтәүе эпидемия үҙәгендә йөрөгәндә лә уны ҡурсалап ҡалған.
«Студент-медиктар коронавирусҡа ҡаршы» миҙалы һанаулы ғына кешеләргә тапшырылған. Белорет медицина колледжынан, мәҫәлән, ике студент лайыҡ булған. Шуларҙың береһе яҡташыбыҙ — 19 йәшлек Асҡар ҡыҙы булыуы менән ғорурлана алабыҙ һәм Рузаннанан бик яҡшы, һиҙгер күңелле, мәрхәмәтле медицина хеҙмәткәре сығырына ышанабыҙ.

Автор:
Читайте нас