Йәмғиәт
28 Марта 2022, 06:00

Игелекле һөнәр эйәһе

Зимфера Баһауетдинова «Ярҙам» халыҡты социаль хеҙ-мәтләндереү үҙәгендә оҙаҡ йылдар эшләй. Хәмит ауылының ололарын ҡарай ул.

Игелекле һөнәр эйәһеИгелекле һөнәр эйәһе
Игелекле һөнәр эйәһе

Зимфера Баһауетдинова «Ярҙам» халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәгендә оҙаҡ йылдар эшләй. Хәмит ауылының ололарын ҡарай ул. 2012 йылда «собес» етәксеһе Рим Ғөбәйҙуллин саҡырыуы буйынса эш башлаған хеҙмәткәр һынатмай. Изге күңелле, мәрхәмәтле булғанға өлкән йәштәгеләр менән тиҙ уртаҡ тел табып, уларҙы хәстәрлек, иғтибар менән солғап ала.
— Улар ҙа мине ҡыҙым да ҡыҙым тип көтөп тора, ял-отпуск мәлендә оҙаҡ күрмәй китһәм, һағынам үҙҙәрен, — ти Зимфера Йәғәфәр ҡыҙы. — Эшем өсөн изге теләктәрен әйтеп ҡалалар, һәр береһе минең өсөн бик яҡын. Ололарға саҡ ҡына иғтибар, йылы һүҙ ҙә етә. Ауырып китһәләр ҙә ҡыйын, шуға бөтәһе лә һау-имен генә булһындар.
Ауылда ҡышын-йәйен эш бөтмәй. Һыуыҡ миҙгелдә өйгә утын индереү, һыу ташыу ҙа оло инәй-апалар өсөн ауыр. Ҡапҡа-ихатаны ҡарҙан көрәмәйенсә лә булмай. Зимфера апай был эштәрҙе ҡыйынһынмай башҡарып ҡуя, өйҙә иҙән, кер, һауыт-һаба йыуыу араһында үҙен зарығып көтөп ултырғандарҙың хәл-әхүәлен белешеп, улар менән туйғансы һөйләшергә лә өлгөрә. Сығып йөрөй алмағандарға магазиндан аҙыҡ-түлек, район үҙәгенә барһа дарыу-фәлән алып килә. Һәр береһенең холоҡ-фиғелен белеп бөткән, «докторҙарына» әйләнгән. Ҡан баҫымын үлсәп, дарыу эсерә. Яҙ йорт тирәһен таҙартыу, баҡса ултыртыу, өй йыуыу, буяу эштәрендә ярҙамлаша.
— Зимфера Йәғәфәр ҡыҙы беҙҙең үҙәктең тырыш, уңған хеҙмәткәре. 17 йыл эшләү дәүерендә уға ризаһыҙлыҡ белдереүселәр булманы, киреһенсә, тик маҡтап, рәхмәт әйтеп торалар, уның ҡарамағында 20 оло кеше, — тине «Ярҙам» үҙәге директоры Рәйлә Ғүмәрова. — Эшен дә, донъяһын да гөрләтеп алып бара. Өлгөлө әсәй, өләсәй ул.
2021 йыл йомғаҡтары буйынса З. Баһауетдинова райондың иң яҡшы социаль хеҙмәткәре тип танылды.
— Ябай ғына эшемде шулай юғары баһалауҙары өсөн рәхмәт, — ти Зимфера апай. — Ҡыуанысым сикһеҙ.
Тормош иптәше Мөжәүер Иҙрис улы менән өс бала үҫтергәндәр. Өлкән ҡыҙы менән улы үҙ аллы тормошҡа баҫҡан, эйәле-башлы булған, кинйә улдары яндарында. Йорт мәшәҡәттәре араһында иң яратҡан шөғөлө гөлдәр, сәскәләр үҫтереү. Өйөн-баҡсаһын аллы-гөллө итеп, шул матурлыҡтан оло йыуаныс табып йәшәй игелекле, өлгөр ҡатын.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас