Рәсәй Президенты Владимир Путин 2022 йылдың 1 апреленән 15 июленә тиклем хәрби хеҙмәткә саҡырыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы.
Бынан тыш, указға ярашлы, хеҙмәт итеү ваҡыты тамамланған һалдаттар, матростар, сержанттар һәм старшиналар хәрби хеҙмәттән азат ителергә тейеш. Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенә, ил субъекттарының башҡарма власть органдарына, саҡырылыш комиссияларына хәрби хеҙмәткә алыуға бәйле сараларҙың үтәлешен тәьмин итеү бурысы йөкмәтелде.
https://www.bashinform.ru/news/social/2022-03-31/1-aprelya-v-rossii-nachnetsya-vesenniy-prizyv-na-voennuyu-sluzhbu-2751150