Йәмғиәт
31 Марта 2022, 07:17

Башҡортостанда ташламалы ипотеканы финанслау дауам ителә

Ағымдаҡы йылда ла Рәсәйҙә бөтә ташламалы ипотека программалары эшләүен дауам ителәсәк. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

2018 йылдың 1 ғинуарынан һуң тыуған балалы ғаиләләр өсөн 6 процентлы ғаилә ипотекаһы һәм 3 процент менән ауыл ипотекаһы шул уҡ шарттарҙа үҙгәрешһеҙ ҡала.

2020 йылдан башлап  эшләүсе ете процент  ставкалы  өс миллион һумға тиклем бирелеүсе ташламалы ипотека программаһының шарттары 1 апреленән үҙгәрә:

 - 2022 йылдың 1 апреленән яңы төҙөлгән килешеүҙәр буйынса ставка 12 процентҡа тиклем күтәрелә. 2022 йылдың 1 апреленә тиклем кредит алған граждандар өсөн ставка әүәлгесә йылына 7 процент ҡала;

 - Башҡортостанда кредит суммаһы 6 миллион һумға тиклем артасаҡ;

 -   2022 йылдың 1 июленә тиклем ғәмәлдә эшләй;

 2022 йылдың 1 ғинуарына Башҡортостанда банктарҙың ипотека портфеле яҡынса 328 миллиард һум тәшкил иткән (бер йылда үҫеш 25 процент). Ташламалы  ипотеканың (ғаилә, ауыл һәм төп льготалы программа буйынса) дөйөм күләмендәге  өлөшө, 20 процент самаһы. 2022 йылдың 1 мартына Башҡортостанда ипотека портфеле 338 миллиард һум тәшкил итә, йәки 2021 йылдың 1 мартына ҡарағанда 25,8 процентҡа күберәк.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас