Йәмғиәт
31 Марта 2022, 12:50

Әсәйем гөлдәр ярата

Яҡташыбыҙ Айһылыу Йәғәфәровның “Гөлөм” шиғырының тәүге юлын хештег итеп алған Әсәйем_гөлдәр_ярата флешмобын Дәүләттән Әнисә Намаҙбаевының гөл-сәскәләренең фотоһүрәттәре менән тамамлайбыҙ. “Осҡон” гәзите төркөмө ай дауамында аллы-гөллө төҫтәрҙән балҡып торҙо. Рәхмәт һеҙгә, матурлыҡ яратҡан, өйҙәрегеҙҙе ожмах баҡсаһына әүерелдергән инәйҙәр, апайҙар, еңгәләр, килендәр һәм һеңлеләр! 

Әсәйем гөлдәр яратаӘсәйем гөлдәр ярата
Әсәйем гөлдәр ярата

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә ҡарата иғлан иткән флешмобты март айы буйына дауам иттек тә ҡуйҙыҡ. Әгәр байрам уҙыу менән туҡтатҡан булһаҡ, Әбйәлилдә шул тиклем дә матурлыҡҡа ғашиҡ гүзәл заттарҙың күплеген белмәй ҡалыр инек, бик үкенесле булыр ине. Ғөмүмән, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына тыйнаҡлыҡ сифаты хас. Шуға күрә башта флешмобҡа ҡушылырға баҙнат итмәй торғандай тойолдолар һәм беренсе ҡатнашыусыларбыҙҙың еңел ҡулы артында төркөмөбөҙҙө гөл-сәскәгә күмделәр. “Осҡон” гәзите төркөмө ай дауамында аллы-гөллө төҫтәрҙән балҡып торҙо. Рәхмәт һеҙгә, матурлыҡ яратҡан, өйҙәрегеҙҙе ожмах баҡсаһына әүерелдергән инәйҙәр, апайҙар, еңгәләр, килендәр һәм һеңлеләр!  Күпме кеше флешмобты ҡыҙыҡһынып ҡараны, маҡтаулы-һоҡланыулы комментарийҙары менән гөл үҫтереүселәребеҙҙе дәртләндереп ебәрҙе. Беҙ, ойоштороусылар булараҡ, үҙ сиратыбыҙҙа статистика алып барҙыҡ. Флешмобта үҙҙәренең гөл-сәскәләре менән бөтәһе 55 ҡатын-ҡыҙ ҡатнашты. Бигерәк тә Байым төбәгенән – Байым, Яңы Балапан, Рәхмәт, Йәнекәй, Мораҡай, Нияҙғол ауылдары гүзәл заттары әүҙемлек күрһәтте. Беҙҙең өлгөлә төрлө ауылдар төркөмдәрендә лә флешмобты дауам итеүселәр булды.  Әйтергә кәрәк, бер генә пост та иғтибарһыҙ ҡалманы. Иң күп “лайыҡ”тар ҙа, комментарийҙар ҙа һәм ҡарауҙар ҙа нәҡ ошо рубрикабыҙға тура килде. 20 меңдән кешенең иғтибарын йәлеп иткән постар булыуы беҙҙең төркөм өсөн дә рекорд ул. Комментарийҙарҙы ла диҡҡәт менән ҡарап, уҡып барҙыҡ. Берәү бер кемде хурламаны, гөл үҫентеләре менән алыш-биреш, сәскәләрҙе тәрбиәләү буйынса кәңәш-төңәш итеү буйынса әңгәмә сылбыры төҙөлдө. Тимәк, Әбйәлилдә гөл үҫтереүселәр тағы ла күбәйәсәк кенә. Гөлдәр яратҡан кешенең күңеле матур була тиҙәр. Икенсенән, улар егәрле лә. Сөнки гөл үҫтереү, тәрбиәләү күпме көс-ваҡыт талап итә. Барығыҙ ҙа афарин!

Әсәйем гөлдәр ярата
Әсәйем гөлдәр ярата
Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас