1 апрелдән 2022 йылдың икенсе ярты йыллығына 6 мең баҫмаға яҙылыу башланды, тип хәбәр иттеләр Федераль почта элемтәһе Башҡортостан идаралығының матбуғат хеҙмәтенән.
4-14 апрелдә компания нәшриәт йорттары менән берлектә яҙылыусыларға 1,8 мең гәзит-журналға, шул иҫәптән республикала 140-тан ашыу республика, район һәм ҡала гәзит-журналдарына 30 процентҡа тиклем ташлама яһай.
Баҫма матбуғатҡа Рәсәй почтаһының үҙ каталогы буйынса ла яҙылырға мөмкин. Исемлектә – 6 меңдән ашыу, шул иҫәптән Рәсәй халыҡтары телдәрендәге баҫма. Улар араһында – ижтимағи-сәйәси, күңел асыу һәм тар махсуслашҡан гәзит-журналдар.
Шулай уҡ Рәсәй почтаһы сайтында йәки мобиль ҡушымтаһында, почта бүлексәһендә йәки почтальонды саҡыртып яҙылырға була.
https://www.bashinform.ru/news/social/2022-04-01/v-bashkirii-nachalas-podpisnaya-kampaniya-na-vtoroe-polugodie-2752702