Йәмғиәт
1 Апреля 2022, 05:50

Йәшәүгә табан 10 мең аҙым яһарға саҡыралар

Краснокама районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, быйыл 3 апрелдә Красный Холм ауылындағы Еңеү паркында Бөтә донъя сәләмәтлек көнөнә арналған “Йәшәүгә табан 10 мең аҙым” Бөтә Рәсәй акцияһы уҙғарыла. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Краснокама районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, быйыл 3 апрелдә Красный Холм ауылындағы Еңеү паркында Бөтә донъя сәләмәтлек көнөнә арналған “Йәшәүгә табан 10 мең аҙым” Бөтә Рәсәй акцияһы уҙғарыла.

Ул – Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” төбәк проектына ярашлы уҙғарылған сараларҙың береһе. Проект сәләмәт тормошто танытыуға, халыҡтың һаулығына һәм эшкә һәләтенә ыңғай йоғонто яһаған күнекмәләрҙе үҫтереүгә, йәшәү сифатын яҡшыртыуға һәм ғүмерҙе оҙайтыуға йүнәлтелә.

– “10 000 аҙым” сәләмәтлек маршруты кешенең физик әүҙемлеген тәьмин итеү маҡсатында Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы тәҡдимдәренә нигеҙләнә. Акцияла йәштәр ҙә, өлкәндәр ҙә ҡатнаша ала. Сараға теләгәндәрҙең барыһын да саҡырабыҙ, – тине Ҡалтасы районы хакимиәтенең йәштәр эштәре, физик культура һәм спорт комитеты рәйесе Рүзил Әхмәтов.

“Башҡортостан” гәзите сайтынан.

Автор:
Читайте нас