Йәмғиәт
4 Апрель 2022, 10:35

Эшһеҙҙәргә һиҙелерлек ярҙам

2022 йылда Башҡортостанда адреслы социаль ярҙам күрһәтеү буйынса 5200 социаль килешеү төҙөү ҡаралған.

#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Үткән йылда республикала 5102 социаль килешеү төҙөлгән. Был маҡсатта бүленгән аҡса (486,5 миллион һум) ваҡытында һәм тулыһынса үҙләштерелгән, тип хәбәр итә БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

“Демография” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә социаль килешеү йән башына килеме билдәләнгән йәшәү минимумынан түбән булған аҙ килемле ғаиләләр (йәки аҙ килемле граждандар) менән төҙөлә.

– Республикала икенсе йыл рәттән адреслы социаль ярҙам күрһәтелә. Был эштең һөҙөмтәлеге буйынса иң яҡшы егерме төбәк иҫәбенә ингәнбеҙ. Дәүләттән алған аҡсаны һөнәри белем алыуға, үҙ эшеңде асыуға, шәхси ярҙамсыл хужалыҡ алып барыуға тотонорға мөмкин. 2022 йылға 579,6 миллион һум күләмендә аҡса бүлеү, 5250-нән ашыу килешеү төҙөү ҡаралған, – ти Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.

2022 йылдың 5 мартына 729 социаль килешеү төҙөлгән.

Граждандар мәшғүллек үҙәге аша эшһеҙ булараҡ теркәлергә, эшкә урынлаштырыу буйынса порталдарҙа теркәлеп, унда резюме ҡалдырырға тейеш. Кеше яңы һөнәргә эйә булырға йәки квалификацияһын күтәрергә теләһә, уға уҡыу өсөн өҫтәмә аҡса бирелеүе мөмкин.

Үҙ эшен асыуға буласаҡ эшҡыуарға йәки үҙмәшғүлгә бер тапҡыр финанс ярҙам бирелә. Уны ҡорамалдар, материалдар алыу, эш урындары булдырыу, ҡуртым һ.б. өсөн түләргә була.

Фото – БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:
Читайте нас