+1 °С
Ясно
Бөгөн Владимир Жириновский вафат булды. Владимир Путин ҡайғы уртаҡлашты. Президент билдәләүенсә, Владимир Вольфович Рәсәй парламентаризмын, ҡануниәтте формалаштырыу һәм үҫтереү өсөн күп эштәр башҡарған, мөһим дөйөм милли бурыстарҙы хәл итеүгә ихлас өлөш индерергә тырышҡан. Һәм һәр ваҡыт, хатта иң киҫкен бәхәстәрҙә лә, Рәсәй мәнфәғәттәрен яҡлап сығыш яһаған.