Йәмғиәт
8 Апреля 2022, 05:30

Белһәгеҙ — хәбәр итегеҙ!

13 апрелгә тиклем район биләмәһендә РФ Дәүләт наркотиктарға ҡаршы сәйәсәт стратегияһы положениеларын тормошҡа ашырыу сиктәрендә «Рәсәй балалары-2022» ком- плекслы оператив-иҫкәртеү операцияһының беренсе этабы уҙғарыла.

13 апрелгә тиклем район биләмәһендә РФ Дәүләт наркотиктарға ҡаршы сәйәсәт стратегияһы положениеларын тормошҡа ашырыу сиктәрендә «Рәсәй балалары-2022» ком- плекслы оператив-иҫкәртеү операцияһының беренсе этабы уҙғарыла. Уның төп маҡсаты — бәлиғ булмағандар һәм йәштәр араһында наркоманияны иҫкәртеү; наркотик, психо-троп матдәләрҙең, уларҙың аналогтарының, прекурсорҙарҙың һәм яңы хәүефле психоактив матдәләрҙең законһыҙ әйләнеше факттарын асыҡлау һәм уларға юл ҡуймау.

Операция барышында бәлиғ булмағандарға һәм уларҙың ата-әсәләренә наркотиктарҙы ҡулланыуҙың зыяны тураһында, шулай уҡ уларҙың законһыҙ әйләнеше өсөн РФ ҡануниәтендә ҡаралған яуаплылыҡ тураһында аңлатыу эштәре ойошторола.
Акция сиктәрендә үҙҙәренең наркотикка ҡаршы гражданлыҡ позицияһын күрһәтергә теләгәндәр наркоенәйәттәр факттары тураһында тиҙ арала хәбәр итә ала. Ышаныс телефоны: 8 (34772) 2-04-48, 8-999 582-11-94.
Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының ышаныс телефоны: 8 (347) 279-32-92.
Бынан тыш, БР буйынса Эске эштәр министрлығының рәсми сайтында (www.02.мвд.рф) «Наркотиктарға юҡ» ҡушымтаһында хәбәр ҡалдырырға була.
Хөрмәтле район халҡы! Әгәр һеҙ наркотик һәм психотроп матдәләр таратыу менән шөғөлләнгән, шулай уҡ үҫмерҙәрҙе һәм йәштәрҙе наркотик матдәләр ҡулланыуға йәки таратыуға йәлеп итеү буйынса эшмәкәрлек алып барған граждандар тураһында мәғлүмәткә эйә булһағыҙ ситтә ҡалмағыҙ, акцияла ҡатнашығыҙ! Бәлки, тап һеҙ кемдеңдер ғүмерен ҡотҡарырһығыҙ!
Бергәләп балаларыбыҙҙы наркотиктарҙан аралайыҡ! Конфиденциаллек гарантиялана.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас