Йәмғиәт
9 Апреля 2022, 03:45

Эш эҙләүселәргә ярҙамға

“Работа России” порталында  федераль программа буйынса эш таба алмаған граждандарҙы уҡытыуға яҙылырға мөмкин.

#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Эш эҙләүселәргә 23 меңдән ашыу белем биреү программаһы асыҡ. Программалар хеҙмәт баҙары ихтыяжын иҫәпкә алып төҙөлгән. Төбәктә ихтыяж булған йүнәлештәр буйынса һөнәри белем алыу бушлай.

Порталда уҡыу өсөн эш эҙләүселәрҙең түбәндәге категориялары яҙыла ала:

- уҡыуҙан йәки хәрби хеҙмәттән һуң 4 айҙан ашыу эш таба алмаған 35 йәшкә тиклемге граждандар;

- һөнәри һәм юғары белеме булмаған 35 йәшкә тиклемге йәштәр;

- эшһеҙ ҡалыу ҡурҡынысы янаған 35 йәшкә тиклемге йәштәр;

- юғары һәм урта профессиональ уҡыу йорттарының һуңғы курс  студенттары, әгәр улар өсөн алған белеме буйынса эш булмаһа;

- декрет ялындағы йәш әсәләр;

- мәктәпкәсә йәштәге балалары булған эшһеҙ әсәләр;

- 50 һәм унан өлкән йәштәге граждандар;

- пенсия алдындағы граждандар.

Тиҙҙән эшһеҙ ҡалыу ҡурҡынысы янаған йәки эшен юғалтҡан бөтә граждандар өсөн дә яҙылыу асыла, тип хәбәр итә  БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Программалар өс федераль оператор тарафынан һайланған: Ворлдскиллс Рәсәй агентлығы, Томск дәүләт университеты, РФ Президенты эргәһендәге Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһы.

https://bashkizi.ru/news/milli-proekttar/2022-04-06/esh-e-l-sel-rg-2758275

Автор:
Читайте нас