Ҡышҡы маршрут иҫәптәре ҡурсаулыҡ биләмәһендә көн итеүсе хайуан-йәнлектәрҙең һәм ҡоштарҙың төрөн, уларҙың иҫәбен алыу маҡсатында үткәрелә. Күрһәткестәр буйынса ҡурсаулыҡта популяция торошо баһалана. Бынан тыш, фаунаны һаҡлау буйынса ҡурсаулыҡтың эш һөҙөмтәлелеге анализлана. Иҫәп алыусыларҙың төп бурысы — билдәләнгән маршрут буйынса үтеү һәм йәнлек-ҡоштарҙың ҡарҙа ятып ҡалған эҙҙәрен топография буйынса схематик план-картаға теркәү. Иҫәптәр И. В. Жарков һәм В. П. Тепловтың 1958 йылда сыҡҡан методикаһына ярашлы, ҡыштың башында һәм аҙағында үткәрелә.
Маршрут иҫәптәре саңғыла парлашып үтә. Беренсе көндә инспекторҙар сыға, улар осраған хайуан эҙҙәрен таяҡ менән һыҙып сығалар, ә теүәл бер тәүлектән иҫәпселәр маршрут линияһын киҫеп үткән яңы эҙҙәрҙе картала билдәләргә юллана.
Иҫәп алыуҙар уңайлы һауа шарттары булған көндәрҙә генә уҙғарыла. Ҡар яуғанда, буранда, көслө ел иҫкәндә йәки тығыҙ, ҡаты ҡар ҡатламы (туң) барлыҡҡа килгәндә эҙҙәрҙе билдәләү мөмкин түгел.
Март айында Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығында планға ярашлы ҡышҡы маршрут иҫәптәрен алыу уҙғарылды. Көндәрҙең ҡояшлы, елһеҙ, тыныс тороуы хеҙмәткәрҙәребеҙгә эш алып барыу өсөн уңайлы булды. Быйылғы ҡар ҡатламының бейеклеге уртаса 60-80 см тәшкил итте. Ҡарҙа ҡалған эҙҙәр иҫәбенә ҡарап, ҡурсаулыҡ биләмәһендә йәтсә, тейен, мышы, марал, ҡыр сусҡаһы, бүре, һеләүһен, төлкө, ҡуян, һуйырҙарҙың көн итеүе билдәләнде.
Быйылғы һәм үткән йылдарҙағы күрһәткестәр менән сағыштырғанда, тейен, ҡыр сусҡаһы, йәтсә, илек, һыуһар, мышы һәм маралдар һаны күпкә артҡан. Ҡар тәрән булыу сәбәпле, ҡуян, төлкө, һыуһарҙың һаны кәмегән.
Мәғлүмәттәрҙе эшкәрткәндән һуң тиҙҙән ҡурсаулыҡ биләмәләрендә хайуандарҙың һәм ҡоштарҙың төп төрҙәренең һанын алырға мөмкин буласаҡ. Иҫәп һөҙөмтәләре ҡурсаулыҡтың «Тәбиғәт йылъяҙмаһы»нда баҫыласаҡ.
Фәйрүзә МАЛИКОВА,
Башҡорт дәүләт ҡурсаулығының матбуғат-секретары.