“Айыҡ ауыл” республика конкурсы сиктәрендә район хакимиәте Ишкилделә “Берҙәм ғаилә консультациялары көнө” ойошторҙо. Унда район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Артур Дәүләтбаев, “Ғаилә” үҙәге юрис-консульты Илшат Шәмсетдинов, район мәшғүллек үҙәге инспекторы Ләйсән Лотфуллина, район мәғариф бүлегенең методик үҙәге белгесе Шәүрә Әхмәтҡужина, опека һәм попечителлек органы белгесе Рита Шәрәфетдинова, район дауаханаһының наркология кабинеты фельдшеры Айҙар Мирасбаев ауыл халҡын ҡабул итте.
Һорауҙар нигеҙҙә балаларға пособиелар юллау, адреслы социаль ярҙам саралары, эшкә урынлашыу һәм ғаиләләргә ҡаралған торлаҡ буйынса төрлө программаларға ҡағылышлы булды. Ҡабул итеүгә килгән һәр кемгә белгестәр аңлатмалар бирҙе, тәҡдимдәрен еткерҙе.