

Земфира Дәүләтова уҙған йыл йомғаҡтары буйынса районда иң яҡшы шәфҡәт туташы тип танылды. Бәләкәй саҡтан хыялланған һөнәренә эйә булып, хәҙер ике тиҫтә йылдан ашыу бәләкәстәр һаулығы һағында тора ул. Һәр кемгә яғымлы, ярҙамсыл, эшен һәр саҡ теүәл үтәгән шәфҡәт туташы, һис шикһеҙ, был наградаға лайыҡ.
Сибай медицина училищеһын тамамлаған Земфира Илдус ҡыҙы 2000 йылда үҙәк район дауаханаһының бала табыу бүлексәһендә яңы тыуған сабыйҙар палатаһының шәфҡәт туташы булып хеҙмәт юлын башлай. Йәш ҡыҙ тырышлығы, ипле, итәғәтле булыуы менән бик тиҙ ихтирам яулай.
2012 йылдан эшен балалар консультацияһында участка шәфҡәт туташы булараҡ дауам итә. Педиатр Әлфиә Сабитова менән эш башлайҙар һәм бөгөнгәсә улар бергә. Табип менән шәфҡәт туташы ҡарамағындағы өсөнсө участкала 805 бала иҫәпләнә. Бигерәк тә вируслы инфекциялар ныҡ таралған осорҙа бәләкәй балалар ауырыша, аҡ халатлыларға көсөргәнешле шарттарҙа эшләргә тура килә. Донъяны ялмап алған коронавирус та бәләкәйҙәрҙе, хатта сабыйҙарҙы йәлләп торманы. Земфира Илдус ҡыҙы пандемия осоронда балалар ҡыҙыл зонаһында ла эшләй. Нисек кенә һаҡланһа ла, сирлеләр менән яҡындан аралашҡас, был мәкерле ауырыу уны ла урап уҙмай.
— Балалар консультацияһы етәксеһе Земфира Мәхмүт ҡыҙына рәхмәтлемен, уның ҡулы аҫтында эшләгән коллективыбыҙ татыу, берҙәм. Педиатрым Әлфиә Ишбулат ҡыҙы тәжрибәле, балаларға ла, өлкәндәргә лә ихтирамлы, — ти З. Дәүләтова. — Эшемде яратам, бәләкәстәр менән эшләү оҡшай.
Хеҙмәт урынында үҙ һөнәре оҫтаһы булһа, ғаиләһендә хәстәрлекле тормош юлдашы, һөйөклө әсә, уңған хужабикә ул Земфира. Рәүф Марс улы менән өс балаға ғүмер биреп, уларҙы наҙ һәм һөйөүгә сорнап үҫтерәләр. Талантлы, татыу ғаилә районда уҙған мәҙәни сараларҙа, спорт ярыштарында бергәләп ҡатнаша, урындар яулай.