Йәмғиәт
15 Апреля 2022, 10:05

«Ҡурай Даны» яңы геройҙар эҙләй

Эштә, тормошта һынатмаған, Башҡортостандың даны булырҙай замандаштарыбыҙ «Ҡурай Даны»ның көмөш миҙалына лайыҡ була ала.

Эштә, тормошта һынатмаған, Башҡортостандың даны булырҙай замандаштарыбыҙ  «Ҡурай Даны»ның көмөш миҙалына лайыҡ була ала.

Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса райондаштарыбыҙ – Ишкилде ауылынан һандыҡ яһау оҫтаһы Марат Усманов ӘҠул оҫтаһы”, район дауаханаһы табип-онкологы Ренат Мәһәҙиев – “Һөнәр оҫтаһы” номинацияларында еңеү яулағайны.

Быйыл  «Йыл эшҡыуары»,«Иң алдынғы йәш замандаш» ,«Ҡул оҫтаһы», «Иң шәп клуб мөдире», «Ер кешеһе», «Миһырбанлы ғаилә», «Һөнәр оҫтаһы», «Йыл продюсеры» булырҙай геройҙар эҙләйҙәр.
Телепремия 2 турҙа үтәсәк:
1 - ябыҡ (һайлап алыу) туры. Телевизор ҡараусыларҙың заявкалары буйынса, жюри номинанттарҙы ҡаҙаныштарына һәм һөнәри уңыштарына ҡарап билдәләйәсәк.
2 - телевизион тур. "Ҡурай-ТВ" каналы йыл дауамында номинанттар тураһында тапшырыу күрһәтәсәк.
Заявкалар 30 апрель көнөнә тиклем  ҡабул ителә.
Анкета kuraitv@mail.ru адресына ебәреүегеҙһорала.

Белешмә өсөн телефон 8 (347) 262 87 00 , эске һандар 543
Электрон почта kuraitv@mail.ru

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас