Йәмғиәт
21 Апреля 2022, 09:37

Изге айҙа — изге ғәмәл

Саҙаҡа биреү — мосолман өсөн фарыз ғәмәл. «Әгәр ҙә кеше доғаларының ҡабул булыуын, үҙенә килгән бәләләрҙең юҡҡа сығыуын теләһә, мохтажлыҡҡа төшкән кешегә үҙе лә ярҙам итһен», – тиелә бер хәҙистә.

Изге айҙа — изге ғәмәлИзге айҙа — изге ғәмәл
Изге айҙа — изге ғәмәл

Саҙаҡа биреү — мосолман өсөн фарыз ғәмәл. «Әгәр ҙә кеше доғаларының ҡабул булыуын, үҙенә килгән бәләләрҙең юҡҡа сығыуын теләһә, мохтажлыҡҡа төшкән кешегә үҙе лә ярҙам итһен», – тиелә бер хәҙистә.
Саҙаҡа кәштәһе булдырыу тураһында уй Вафир Дәүләтшиндың күңелендә күптән ярала. Магазинда айырым кәштә булдырылып, теләгән һәр кем хәйер иҫәбенән аҙыҡ-түлек, көнкүреш кәрәк-яраҡтарын ҡалдырып китһә, мохтажлыҡ кисереүселәр уны алып ҡыуанырҙар ине тигән ябай ғына схемаһын тормошҡа ашырыу ғына килеп сыҡмай тора. Бәлки, мөҙҙәтен көткәндер. Изге Рамаҙан айында егеттең ниәте ысынбарлыҡҡа ашты.
Әгәр шәхси магазин тотһа, мәсьәлә бөтөнләй булмаҫ ине. Был осраҡта икенсе кешеләр менән килешеү кәрәк була. Вафир үҙе йәшәгән Көнсығыш-2 биҫтәһендәге «Восток» магазины һатыусыһына сауҙа нөктәһе хужаһы бәйләнешкә сыҡһын әле тип телефонын яҙып ҡалдыра. Әммә шылтыратыу булмай, булып та Вафир вахтала саҡта бәйләнеш тотмаған ваҡытҡа тура килеүе лә ихтимал. Ни тиһәң дә күҙмә-күҙ һөйләшеп аңлашыуға етмәҫ ине барыбер.
Бирәм тигән ҡолона — сығарып ҡуйыр юлына тигәндәй, иртәгә Рамаҙан айы тыуа тигән көндә икмәк артынан әлеге магазинға ингәнендә уның хужаһы Рәүеф Ҡолмөхәмәтовты тап итә. Эшҡыуарға ниәтен аңлатҡандан һуң ул кибеттә мөйөш бүлергә риза була, хатта келәттә буш ятҡан кәштәһенә тиклем бирә.
Иптәше менән алып килеп урынлаштырғандан һуң, иң беренсе булып Вафир саҙаҡа кәштәһенә 1500 һумға аҙыҡ-түлек ҡалдыра. Кәштәлә кәрәк нәмәнең булмауы ла мөмкинлеген күҙ уңында тотоп саҙаҡаны аҡсалата күсереү юлын да уйлай. Йәғни кешеләр тәғәйен иҫәпкә аҡса күсерә һәм исем-шәрифен, күсергән суммаһын магазин прилавкаһында ятҡан дәфтәргә лә теркәй. Мохтажлыҡ кисереүселәр үҙенә кәрәкле ризыҡты әлеге иҫәптәге аҡсаға һатып ала һәм был туралағы мәғлүмәт тә дәфтәргә яҙыла. Бында ла тәүге иғәнәне Вафир күсерә. Шөкөр, егеттең изге башланғысын күтәреп алыусы мәрхәмәтле кешеләр бар арабыҙҙа. Әлеге ваҡытта вахтала йөрөгән В. Дәүләтшин саҙаҡа кәштәһенең буш тормауы тураһында хәбәрҙәр алып һөйөнә.
— Тормошта төрлө хәлдәр булып китә. Ҡай ваҡыт аҡсанан өҙөлгән, икмәк-сәйлек тә ҡалмаған саҡтар була. Ауыр тормош хәлендә ҡалғанда ниңә саҙаҡа кәштәһенән файҙаланмаҫҡа? Аҙаҡ ҡулына аҡса ингәс был кеше кәштәгә үҙенән дә ярҙам ҡалдыра ала. Изгелек ерлегендә изгелек ярала. Ә хәлле кешеләргә саҙаҡа биреү сауап ҡына. Бер-беребеҙгә ҡарата мәрхәмәтле, игелекле булыу кәрәк, — ти ул.
Әйткәндәй, яңыраҡ «Юлдаш» радиоһынан нәҡ әбйәлилдәр өлгөһөндә Бөрйәндә лә саҙаҡа кәштәһе барлыҡҡа килеүе тураһында һөйләнеләр.
Вафир Батыр улы сығышы менән Хәлил ауылынан. Өйләнгән, ике бала атаһы. Ҡатыны Фәүзиә Сибәғәт ҡыҙы менән икеһе лә дин юлындалар. Хеҙмәте буйынса бөтә Рәсәйҙе иңләгән алыҫ сәфәрҙәргә йөрөүсе водитель юлда саҡта ла намаҙҙарын ҡалдырмай.
— Был юлы Рамаҙан айы эш ваҡыты менән тура килде. Ураҙамды һуңыраҡ тотоп ҡуясаҡмын, — ти иманлы яҡташыбыҙ. Юлдарың имен, хәйерле булһын, Вафир!

Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас