Йәмғиәт
21 Апреля 2022, 09:10

Урындағы үҙидара көнө билдәләнә

Муниципалитет вәкилдәре, шул иҫәптән беҙҙең райондан да бер нисә ауыл биләмә башлығы үҙҙәренең һөнәри байрамы – Урындағы үҙидара көнөндә республиканың баш ҡалаһына муниципаль берәмектәр советы ассоциацияһының ХII съезына йыйылды.

Добавить в предпочтительные источники Google

Муниципалитет вәкилдәре, шул иҫәптән беҙҙең райондан да бер нисә ауыл биләмә башлығы үҙҙәренең һөнәри байрамы – Урындағы үҙидара көнөндә республиканың баш ҡалаһына муниципаль берәмектәр советы ассоциацияһының ХII съезына йыйылды.

 Съезд муниципалитет, федераль һәм республика дәүләт власы органдары вәкилдәре ыңғай тәжрибә менән уртаҡлаша, муниципалитет эшенә ҡағылышлы көнүҙәк мәсьәләләр буйынса фекер алыша, киләсәккә бурыстар билдәләй.
Съездың пленар өлөшөндә ғәҙәттәгесә идара рәйесе советтың 2021 йылдағы эшмәкәрлегенә отчет яһала, шулай уҡ берекмәнең етәксе органдары һайлана. Бынан тыш, урындағы үҙидараның көнүҙәк мәсьәләләре буйынса “түңәрәк өҫтәлдәр” тәртибендә секциялар эшләй.
Сараның аҙағында муниципаль хеҙмәткәрҙәргә Башҡортостандың дәүләт наградалары һәм “Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы муниципаль берәмеге” конкурсында еңеүселәргә дипломдар тапшырыла. Бөгөн 20 мең муниципаль хеҙмәткәр, депутаттар, Башҡортостандың муниципаль учреждениелары һәм предприятиелары хеҙмәткәрҙәре урындағы үҙидара көнөн билдәләй.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас