

— Аттарҙы ҡымыҙ һәм йылҡы ите сығанағы итеп кенә ҡарарға ярамай, йылҡысылыҡ үҫешкәс, ат спорты ла үҫешергә тейеш. Өҫтәүенә, хөкүмәт яғынан был тармаҡты үҫтереүгә етди иғтибар бирелә, Башҡортостанда йылҡысылыҡты үҫтереү программаһы ҡабул ителеүе лә быны дәлилләй. Бөгөнгө бәйгегә илленән ашыу ат ҡатнашыуы ҡыуаныслы. Шулай булырға тейеш тә, сөнки Урал аръяғында йылҡысылыҡ ныҡ үҫешкән. Бындай ярыштар йылҡы тотҡандарҙы сәмләндерә, дәртләндерә, тағы ла ҙурыраҡ үрҙәр яуларға этәргес бирә, минеңсә, — тине район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Ғәлим Солтанов һәм ярыштарға старт бирҙе.
Бәйгелә әбйәлилдәрҙән тыш, республикабыҙҙың Архангел, Күгәрсен, Ейәнсура, Хәйбулла, Баймаҡ, Бөрйән, Учалы, Белорет райондарынан һәм Силәбе өлкәһенең Варна районынан 45 һыбайлы ҡатнашты. Ат-спорт мәктәбе асылыуҙың 15 йыллығын билдәләгән «Юрға» тәрбиәләнеүселәре лә сыҡты ярышҡа.
Ярышҡа сыҡҡан аттар биш заезда төрлө дистанцияларҙа үҙҙәренең көсөн һынаны.
Бәйгене ике йәшкә тиклемге башҡорт тоҡомло аттары башланы, улар 1200 метрлыҡ арауыҡҡа, йәғни һабантуйҙа яһалған махсус түңәрәкте бер ураны. Бында финишты беренсе булып Алтын ҡушаматлы атында Баймаҡ районы һыбайлыһы Венер Ирназаров үтте. Әбйәлилдән Альберт Ласыновтың Етегәне икенсе, Язар Таһировтың Сапсаны өсөнсө килде.
Икенсе заезда өс йәшкә тиклемге башҡорт тоҡомло аттары сабышҡан 3600 метрлыҡ дистанцияла беренсе һәм өсөнсө урын әбйәлилдәрҙә: Илфат Ғиниәтовтың Даръял ҡушаматлы аты беренсе, Фуат Талиповтың Буяны өсөнсө булып килде. Икенсе урынды бөрйәндәрҙең Знак ҡушаматлы аты алды.
Таҙа һәм ярым таҙа тоҡомло аттар ҙа 3600 метрлыҡ арауыҡта сабышты, был заезда әбйәлилдәргә лидер булыу бәхете тәтемәне.
Призлы урындарҙы ярашлы рәүештә Учалынан Радик Фазлетдиновтың Күркәсе, Ейәнсуранан Фәрит Әбделғазиндың Победителе һәм Баймаҡ районынан Иҙел Йәнгилдиндың Рэмбоһы яуланы.
Башҡорт тоҡомло өлкән йәштәге аттар 7200 метрлыҡ дистанцияла ярышты. Был бәйгелә лә ҡунаҡтар ал бирмәне: беренсе һәм өсөнсө урындар учалыларҙа: Әмир Солтановтың Батыры беренсе булып финишты үтһә, Радик Фазлетдиновтың Абригы өсөнсө урында килде. Икенсе урынға Баймаҡтан Рим Әхмәтовтың Шейхы сыҡты.
Ат ярышының иң мауыҡтырғыс, иң көсөргәнешле ярышы булған «Бәйге»лә, белеүебеҙсә, төрлө тоҡомло һәм төрлө йәштәге аттар ҡатнаша, был көндө улар 10800 метр арауыҡҡа йүгерҙе, йәғни майҙанды туғыҙ тапҡыр ураны. Сыҙамлы, көслө аттар сыҡҡан был бәйгелә беҙҙекеләр һынатманы: дистанцияны Әбйәлилдән Зөлфәр Мөхөтдиновтың Забары беренсе булып үтеүе ҡыуаныслы. Икенсе-өсөнсө урындар баймаҡ һыбайлыларында — Рим Әхмәровтың Эльбрусы икенсе, Зинфир Ғәйнуллиндың Анкуры өсөнсө килде.
Ярыш барышын ҡарап, һыбайлыларға көс-ҡеүәт өҫтәп торған тамашасылар ҙа күп кенә булды: тояҡтары ергә лә теймәгән кеүек, йәшен тиҙлеге менән осоп барған юртаҡтарҙы күҙәтеп тороуы үҙе бер кинәнес шул.
— Ошо бәйге менән ат сабыштары миҙгелен астыҡ, артабан да буласаҡ ярыштарҙа ла еңеүҙәр теләйем. Әлбиттә, бөгөн юртаҡтары ла, бәйгеселәр ҙә лайыҡлы сығыш яһаны. Халыҡ әйтмешләй, аттың яҡшыһы алға сыға, егеттең яҡшыһы данға сыға, — тип район башлығы Илдар Нафиҡов призлы урындар яулаған һыбайлыларға кубоктар һәм бүләктәр тапшырҙы.