Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Апрель , 14:15

Депутаттың бер көнө

Район етәкселеге, депутаттар, ауыл биләмәләре башлыҡтары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре менән осрашыуҙа РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров үҙенең округында башҡарған эштәре тураһында отчет тотто.

Депутаттың бер көнө
Депутаттың бер көнө

Депутат ҡануниәт өлкәһендә яңы закондар ҡабул итеү һәм үҙгәрештәр, төҙәтмәләр индереү эшмәкәрлегенән тыш, һайлаусылары менән йыш осраша, уларҙы борсоған һорауҙарҙы хәл итергә тырыша. Зариф Закир улы республиканың 15 районы ингән ҙур округ халҡы мәнфәғәттәрендә әүҙем эшләй. «Берҙәм Рәсәй» партияһының социаль өлкәне үҫтереү, мәғариф, мәҙәниәт һәм спорт объекттарын төҙөкләндереү программалары аша беҙҙең районда ла мәктәптәр, балалар баҡсалары, клубтар, спорт залдары ремонтланды, парктар файҙаланыуға тапшырылды. Партияның «Хәүефһеҙ юлдар» проекты буйынса республика мәктәптәрендә юл ҡағиҙәләрен өйрәнеү буйынса кабинеттар барлыҡҡа килде.
— Ошондай кабинет Красная Башкирия урта мәктәбендә лә асыласаҡ, — тине проекттың координаторы Зариф Закир улы. — Юл-транспорт ваҡиғаларында һәләк булыусылар күп, иң үкенеслеһе, балалар ғүмерҙәре өҙөлә. Ябай ҡағиҙәләрҙе белмәү, күҙәтмәү арҡаһында ҡорбан була, сәләмәтлектәренә зыян килә. Балалар баҡсалары, мәктәптәрҙең бындай кабинеттарҙы йыһазландырыу мөмкинлеге юҡ, шуға ла проекттың ярҙамы ҙур.
Тағы бер һөйөнөслө яңылыҡты еткерҙе депутат: Дәүләт урта һәм Яңауыл башланғыс мәктәптәре белем биреү учреждениеларын капиталь ремонтлау буйынса федераль программаға ингән. Был объекттарға 41 миллион һәм 13 миллион һум аҡса бүленгән, подрядсы ойошма билдәләнгән. Аҡсаға мәктәптәрҙе тулыһынса ремонтлауҙан тыш, йыһазландырыу ҙа ҡаралған. Ошо көндәрҙә белем усаҡтарында эш башланасаҡ.
Партияның «Бер кем дә онотолмаған» проекты координаторы З. Байғусҡаров республикала Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының ташландыҡ хәлдә булған ҡәберҙәрен тәртипкә килтереү мөһимлеге хаҡында һөйләне.
— Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, төрлө сәбәптәр арҡаһында илебеҙгә тыныслыҡ килтергән, фашизмды еңеп, беҙгә тыныс тормош бүләк иткән яугирҙәребеҙҙең һуңғы төйәктәре ҡарауһыҙ ҡала. Ҡәберҙе сүп-сарҙан таҙартып, рәшәткәләрен буяп ҡуйыу артыҡ сығым талап итмәй. Беҙ ветерандарҙы оноторға тейеш түгел. Был изге эш йәш быуынға илһөйәрлек өлгөһө лә буласаҡ, — тине Зариф Байғусҡаров.
«Экология» проектына ярашлы сүплектәрҙе рекультивациялау, шишмәләрҙе таҙартыу һәм кәртәләп алыу кәрәклегенә туҡталды.
РФ депутаты әүҙем йәмәғәт эшмәкәрҙәре Сания Фазылйәнова, Рушания Ғаззалова һәм Красная Башкирия биләмәһе башлығы Зәбир Кәримовҡа үҙенең Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Буранғол биләмәһе башлығы Фуат Мәхмүтовты исемле сәғәт менән бүләкләне. «Берҙәм Рәсәй» партияһына инеүселәргә партбилеттар бирҙе.
Осрашыуға килеүселәр ауылдарҙа спиртлы эсемлектәр һатыусыларға ҡаршы көрәш, юлдарҙы төҙөкләндереү, балалар хәүефһеҙлеге һ.б. һорауҙарҙы күтәрҙе.
Артабан З. Байғусҡаров эш сәфәрен район ауылдары буйлап дауам итте. Иң тәүҙә ул Айтуған Фәттәховтың йылҡысылыҡ хужалығын ҡараны, дәүләттән ниндәй ярҙам саралары алыуы менән ҡыҙыҡһынды. Йәш фермерҙың агротуризм буйынса пландарын хупланы.
Атауҙы ауылында депутат Украинала хәрби операцияла һәләк булған Ғәлим Усмановтың ғаиләһенең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты. Яҡындары уның 19 йыл ғүмерен хәрби хеҙмәткә арнауын, пенсияға тиклем аҙ ғына ваҡыт ҡалыуын һөйләне. Ошо көндәрҙә Ғ. Усмановтың өсөнсө улы тыуған, уға атаһы әйткәнсә Искәндәр тип исем ҡушҡандар. Зариф Закир улы ғаиләгә документация эштәрендә юридик консультация бирҙе, кәңәштәрен әйтте.
Яңауыл һәм Дәүләт мәктәптәрендә З. Байғусҡаров капиталь ремонт яһаясаҡ подрядсы ойошма етәксеһе А. Тутаев менән осрашып һөйләште.
— Иҫке биналарҙан тик стеналар ғына ҡаласаҡ, ҡыйыҡ, иҙән-түбә, йылылыҡ системаһы, электр хужалығы, ингән урын, фасад, тәҙрә-ишектәр тулыһынса яңыртыласаҡ, — тине Азамат Әҡсән улы.— Ремонт эштәрен 15 авгусҡа тиклем тамамларға ниәтләйбеҙ. Яңы уҡыу йылын балалар өр-яңы, уңайлы һәм заманса мәктәптәрҙә ҡаршылаясаҡ.
— Ике ауыл да ҙурая, балалар һаны арта, шуға тап был мәктәптәрҙең федераль программаға эләгеүенә бик шатмын. Капиталь ремонт барышын шәхсән үҙем контролдә тотасаҡмын. Төп талап — капиталь ремонтты сифатлы итеп башҡарыу һәм 1 сентябргә тиклем өлгөртөү, — тип белдерҙе Зариф Байғусҡаров.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас в