Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Апрель , 12:40

Ишҡолда “Түңгәүер” аллеяһы барлыҡҡа килде

Ишҡолда ағас ултыртыу өмәһе оло байрам кеүек уҙҙы. Музыка яңғырап торҙо, милли кейемдәрҙең сағыулыған күҙҙәр ҡамашты, концерт номерҙары халыҡты эшкә дәртләндерҙе. Бында быйыл Әбйәлилдә уҙасаҡ ырыу йыйынын ҡаршылап “Түңгәүер” аллеяһына нигеҙ һалынды.

Ишҡолда “Түңгәүер” аллеяһы барлыҡҡа килде
Ишҡолда “Түңгәүер” аллеяһы барлыҡҡа килде

Быйыл Әбйәлилдә уҙасаҡ ырыу йыйынын ҡаршылап ишҡолдар “Түңгәүер” аллеяһына нигеҙ һалды. Ауылдың аръяҡ өлөшөндә, атап әйткәндә, Салауат Юлаев урамында 50х10 ҙурлыҡтағы майҙан кәртәләп алынды һәм бөгөн “Йәшел Башҡортостан” акцияһы уҙған көндә аллеяға 22 төп алмағас ултыртылды. “Антоновка”, “Мельба”, “Кәнфитле” сортлы үҫентеләр Белорет питомнигынан килтерелгән, уларға 10-12-шәр йәш, бейеклектәре 1,7 метр. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары паркы ла иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Ҡаһарман атай-олатайҙары иҫтәлегенә унда 20 төп шыршы үҫентеһе ултыртылды.

Өмә оло байрам кеүек уҙҙы. Музыка яңғырап торҙо, милли кейемдәрҙең сағыулыған күҙҙәр ҡамашты, концерт номерҙары халыҡты эшкә дәртләндерҙе. Акцияла депутаттар һәм ауыл биләмәһе хеҙмәткәрҙәре, мәҙәниәтселәр, һаулыҡ һағында эшләүселәр, студенттар, ирекмәндәр һәм ауыл халҡы әүҙем ҡатнашты. Ә аръяҡтың егәрле ҡатын-ҡыҙҙары мул һыйлы сәй өҫтәле әҙерләп, өмәселәрҙе самауыр сәйе менән һыйланы.

Ишҡолда “Түңгәүер” аллеяһы барлыҡҡа килде
Ишҡолда “Түңгәүер” аллеяһы барлыҡҡа килде
Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас в