

"Йәшел Башҡортостан" акцияһы сиктәрендә ташбулаттар "Ҡарабалыҡлы" ял һәм мәҙәниәт паркына һәм Бикҡол яғына киткән юл буйында 2020 йылда булдырылған Еңеү аллеяһына миләш ағастарын ултыртты.
- “Ҡарабалыҡлы” паркы сафҡа индерелеүенә быйыл өс йыл тула. Тәүге йылы унда ағастарҙы төҙөүселәр ултыртҡайны. Ләкин беҙ уларҙы кәзәләр һөжүменән һаҡлай алманыҡ. Былтыр ауыл халҡы менән өмәгә сығып паркка ылыҫлы ағастар үҫентеләре ултыртҡайныҡ, ҡоролоҡ булыуға ҡарамаҫтан, уларҙың күпселеге ерегеп китә алды. Бөгөн ошо паркка миләш ағастары ултырттыҡ. Ауыл биләмәһе, мәҙәниәт, мәктәп, балалар баҡсаһы һәм “Абзелилспецкомобслуживание” МУП-ы хеҙмәткәрҙәре һәм уҡыусы балалар менән бергә өмәлә 50-ләп кеше ҡатнашты. МУП һыу менән дә тәьмин итте, - тип беҙгә дөйөм мәғлүмәт бирҙе әүҙем йәмәғәтсе, Ташбулат мәҙәни-ял үҙәге директоры Зөлфирә Ҡарағужина.