Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Апрель , 17:30

Был сертификатҡа кемдәрҙең хоҡуғы бар?

Тағы бер мөмкинлек барлыҡҡа килер тип көтөлә. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Был сертификатҡа кемдәрҙең хоҡуғы бар?
Был сертификатҡа кемдәрҙең хоҡуғы бар?

13  апрелдә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың профилле комитетында төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родин тәҡдим иткән Башҡортостан Республикаһының “Башҡортостан Республикаһында инвалидтарға социаль ярҙам тураһында”ғы, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының “Урындағы үҙидара органдарына Башҡортостан Республикаһының айырым дәүләт вәкәләттәрен бүлеү тураһында”ғы закондарға индерелгән үҙгәрештәре раҫланды. Закон проекты республика Башлығы тарафынан ыңғай баһа алған.

 – Торлаҡ сертификаты хроник сирҙәр менән яфаланған инвалидтарҙың, инвалид балалары булған ғаиләләрҙең бер тапҡыр торлаҡ һатып алыуға социль түләү алыуға хоҡуғын раҫлай, - тип белдергән Егор Родин.

Закон проекты тарафынан 2005 йылдың 1 ғинуарынан социаль найм договоры буйынса торлаҡҡа сиратҡа торған, хроник сирҙәрҙең ауыр формалары менән яфаланған инвалидтарҙың һәм инвалид балалары булған ғаиләләрҙең бер тапҡыр үҙҙәренең һайлауы буйынса торлаҡ сертификатына бирелгән уңайлы торлаҡ бинаһына хоҡуғын тормошҡа ашырыу ҡарала.  

Шуны билдәләргә кәрәк, 2007 йылдан алып Башҡортостанда хроник сирҙәрҙең ауыр формалары менән яфаланған, социаль найм договоры буйынса торлаҡҡа сиратҡа торған инвалидтарға һәм инвалид балалар тәрбиәләнгән ғаиләләргә дәүләт ярҙамы күрһәтелә.

Закон проекты тарафынан, социаль найм договоры буйынса торлаҡҡа эйә булыу менән бер рәттән, граждандың теләге буйынса торлаҡ бинаһын һайлауға торлаҡ сертификатын алыу мөмкинлеге барлыҡҡа киләсәк.

Үҙгәрештәр ҡабул ителгән осраҡта киләһе йылда уҡ граждандарҙың был категорияһы үҙҙәренә ниндәй ярҙамдың отошло икәнлеген һайлай аласаҡ. Ошондай закон проекты 2022 йылдың икенсе кварталында республика парламентының яҡын арала үткәреләсәк пленар ултырышында ҡабул ителеүе мөмкин. Ә был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итәсәк.

#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:
Читайте нас в