+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Апрель 2022, 16:35

Ипотека ставкаһы кәметелде

Торлаҡ алыу буйынса проценттар түбәнәйтелде.  #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан  

1 майҙан Башҡортостанда һәм тотош илдә 12% алып 9% тиклем түбәнәйтелгән ставка буйынса льготалы ипотека эшләй башлай, тип хәбәр итте Рәсәйҙең Финанс министрлығы.

Яңыртылған дәүләт программаһы 2022 йылдың аҙағынаса ғәмәлдә була. Бюджеттан финанслау күләме 461 миллиард һумға баһалана.

Башҡортостан һәм башҡа төбәктәр өсөн кредиттың максималь суммаһы — 6 миллион һумға тиклем.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бынан алда Рәсәй Президенты Владимир Путин льготалы ипотека ставкаһын кәметергә тәҡдим итте.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас: